Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
3 Ноябрь 2022, 15:35

Еңеүҙәр берҙәмлек көсө менән яулана

Район Мәҙәниәт йортонда Халыҡтар берҙәмлеге көнө, Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан тантаналы сара үтте

Еңеүҙәр берҙәмлек көсө менән яуланаЕңеүҙәр берҙәмлек көсө менән яулана
Еңеүҙәр берҙәмлек көсө менән яулана

Тантаналы сара Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған композициянан башланды. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндары яңғырағандан һәм махсус хәрби операцияла геройҙарса һәләк булған ир-егеттәребеҙҙе бер минут тын ҡалып  иҫкә алғандан һуң район хакимиәте башлығы Динис Йосопов тантананы асып, район халҡын ошо көндәрҙә илебеҙҙә билдәләнгән мөһим байрамдар менән тәбрикләне.

—    Донъяла ер эшкәртеүҙән һәм иген үҫтереүҙән дә маҡтаулыраҡ һөнәр юҡ. Ауыл хужалығы тармағы эшсәндәре — көслө рухлы, егәрле һәм намыҫлы кешеләр, тыуған ерҙең йөрәк тибешен тойоп, ҡатмарлы климат шарттарына һәм донъялағы көсөргәнешле хәл-торошҡа ҡарамай, районыбыҙ, республикабыҙ агросәнәғәтен үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә, хеҙмәт һөйөүсәнлек һәм түҙемлек, һайлаған һөнәргә тоғролоҡ өлгөһө булып тора, — тип, ауыл хужалығы тармағы торошона байҡау яһаны һәм ер эшсәндәренә  ысын күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Динис Рәдис улы Асҡын халҡының һәр ваҡытта ла тырыш, берҙәм икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, әлеге еңел булмаған заманала, тотороҡһоҙ ваҡытта  ярҙамға мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙыусыларға рәхмәт әйтеп, ил-көнөбөҙҙә тыныслыҡ урынлашыуын, ғаиләләребеҙҙең имен булыуын теләне.

Мәртәбәле ҡунаҡ — БР Ауыл хужалығы министрлығының үҫемлекселек һәм мал аҙығы етештереү  бүлеге начальнигы урынбаҫары Рәшит Рәйес улы  Әхмәтшин да асҡындарҙы  байрамдар менән тәбрикләп, изге теләктәрен еткерҙе. Рәшит Рәйес улы һөнәри байрам уңайынан күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн бер төркөм хеҙмәт батырҙарына дәүләт наградаларын — Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы, Сауҙа һәм хеҙмәттәр, Мәғариф һәм фән  министрлыҡтарының Почет грамоталарын, Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Шулай уҡ Динис Рәдис улы бер төркөм хеҙмәтсәндәргә район хакимиәтенең Почет грамоталарын һәм Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында  ауыл хужалығы, ветеринария хеҙмәте эшсәндәре, водителдәр һәм ашнаҡсылар бар ине.

Күптән түгел Өфөлә “Торатау” Конгресс-холында Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы булдырған "Атайлыҡ ҡаһарманлығы"  миҙалына лайыҡ булыусыларҙы тәбрикләнеләр.  Улар араһында Ҡашҡа ауылынан хәстәрлекле атай, спортҡа һөйөү тәрбиәләүсе уҡытыусы, әүҙем йәмәғәтсе һәм яугир-интернационалист Илшат Хисаметдин улы Ғәлләмов та бар ине. Тантанала мәртәбәле конкурста беҙҙең райондан ҡатнашҡан өлгөлө атайҙар  диплом менән бүләкләнде.

Халыҡтар берҙәмлеге, Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан ойошторолған байрам сағыу һәм бай йөкмәткеле концерт программаһы менән дауам итте.

Илһөйәр Махатова.

Еңеүҙәр берҙәмлек көсө менән яулана
Еңеүҙәр берҙәмлек көсө менән яулана
Еңеүҙәр берҙәмлек көсө менән яулана
Еңеүҙәр берҙәмлек көсө менән яулана
Еңеүҙәр берҙәмлек көсө менән яулана
Еңеүҙәр берҙәмлек көсө менән яулана
Еңеүҙәр берҙәмлек көсө менән яулана
Еңеүҙәр берҙәмлек көсө менән яулана
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас