Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
3 Ноябрь 2022, 07:45

“Аҡбуҙат”та — Көҙ байрамы

Ҡашҡа ауылының “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында йылдағыса балаларҙың иң яратҡан байрамы — Көҙгө бал үтте

“Аҡбуҙат”та — Көҙ байрамы“Аҡбуҙат”та — Көҙ байрамы
“Аҡбуҙат”та — Көҙ байрамы

Көҙҙө моңһоу мәл, тиһәләр ҙә, балалар был миҙгелде бик ярата. Тәрбиәселәр Флидә Нәфҡәт ҡыҙы Ғәлләмова менән Эльвира Ҡәҙим ҡыҙы Фазлетдинова өлкән төркөмдә балаларҙа хеҙмәт һөйөүсәнлек, үҙ-ара татыулыҡ, берҙәмлек, мәрхәмәтлек сифаттары тәрбиәләү маҡсатында ойошторған сара бик күңелле һәм фәһемле үтте. Байрамға ҡунаҡҡа күстәнәстәр менән Көҙһылыу килде. Тәрбиәләнеүселәр йырҙар йырланы, шиғырҙар һөйләне, күңелле уйындарҙа ҡатнашты. Байрам аҙағында Көҙһылыу уларҙы күстәнәстәр менән һыйланы.

Илһөйәр Махатова.

Флидә Ғәлләмова фотолары.

“Аҡбуҙат”та — Көҙ байрамы
“Аҡбуҙат”та — Көҙ байрамы
“Аҡбуҙат”та — Көҙ байрамы
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас