Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
30 Октябрь 2022, 05:00

Хат ташыусы Ирина Шәйбәкова тырышлығы менән ихтирам яулаған

Хат ташыусы Ирина Шәйбәкова тырышлығы менән ихтирам яулаған

Коврики для сушки посудыКоврики для сушки посуды
Коврики для сушки посуды

Бөгөн Интернет һәм электрон почталар бик әүҙем үҫештә булыуға ҡарамаҫтан, почта элемтәһе үҙенең әһәмиәтен бер ҙә юғалтмай. Халыҡ шулай уҡ хаттар яҙа, посылкалар ебәрә һәм гәзит-журналдарға яҙыла.

Почта эше менән яҡынданыраҡ танышыу маҡсатында Штәнде почта бүлексәһенә юлландым. Ишекте асып ингәндә ҡыҙыу эш ваҡыты бара ине. Шулай булыр ҙа. Бирелә гәзиттәрҙе ҡабул итәләр, ауылдарға бүләләр һәм тараталар. Улай ғына ла түгел әле. Штәнде, Маты, Әрҙәгеш ауылдарында йәшәүселәр төрлө посылкалар, бандеролдәр ала, утҡа, һыуға, газға түләү квитанцияларын да таратырға кәрәк. Бынан тыш, почта бүлеге аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш тауарҙарының киң ассортиментын тәҡдим итә.
— Һуңғы ваҡытта почта тарафынан күрһәтелә торған хеҙмәттәр күпкә киңәйҙе, яңы төрҙәр барлыҡҡа килде, — ти Штәнде почта бүлексәһе начальнигы Ирина Вәлинурова. — Өлкән йәштәге яңғыҙ ғүмер кисереүселәр квитанцияларын хат ташыусы аша биреп ебәрә, түләтә. Почта ул тормоштоң һәр нескәлеген иҫәпкә алып инде яйға һалынған эшмәкәрлек булһа ла, хәҙерге заман талаптарына тура килер өсөн гел яңырып тора. Әйтәйек, бөгөнгө почта кескәй генә супермаркетты хәтерләтә, тиһәк тә була. Унда күпселек көнкүреш кәрәк-ярағын да алырға мөмкин. Әле ҡасан ғына бындай хәлде күҙ алдына ла килтереп булмай ине. Почта бүлексәләрендә хәҙер Почта Банк та эшләй.
Штәнде почта бүлексәһендә өс хат ташыусы — Гөлсәсәк Тажиева, Динара Абзалтдинова һәм Ирина Шәйбәкова эшләй. Бәләкәй генә булһа ла, татыу коллективта барыһы ла бер-береһен хуплай, кәрәк саҡта ярҙамға килә. Берҙәм коллективтың намыҫлы эше һөҙөмтәһендә гәзит-журналдарға яҙҙырыу, тауарҙар һатыу һәм башҡа күрһәткестәр буйынса ла пландары тулыһынса үтәлеп бара.
Маты ауылы хат ташыусыһы Ирина Шәйбәкова алдына ҡуйылған бурыстарҙы һәр ваҡыт теүәл башҡара. Тәжрибәле, үҙ һөнәренә бар күңел йылыһын һалыусы гүзәл затты хеҙмәттәштәре лә, халыҡ та хөрмәт итә. Һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, ул гел юлда. Ауыл халҡына гәзит-журналдар, хаттар ғына түгел, күтәренке кәйеф, йөрәк йылыһын да тарата. Шуға ла уны һәр йортта тиерлек көтөп алалар.
Тырыш хеҙмәте менән хөрмәт яулаған Ирина Закирйән ҡыҙы Асҡын районының Ҡыйғаҙы ауылында тыуып үҫкән. 1993 йылда Маты егете Фоат Фәметдин улына кейәүгә сыға. Ғаиләләренә йәм өҫтәп, бер-бер артлы балалары донъяға килә. Улар етеш, мул тормошта пар ҡанаттар аҫтында үҫә.
Оло улдары Булат үҙ ғаиләһен ҡороп, хәҙер инде Иҫке Балтаста йәшәй. Уртансылары Илназ — Нефтекама ҡалаһында колледжда, ә кесе ҡыҙҙары Алиса Штәнде мәктәбендә белем ала. Шәйбәковтарҙың донъяларына, тырышлыҡтарына һоҡланырлыҡ. Күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Баҡсаларында ниҙәр генә үҫмәй уларҙың!
Ирина Закирйән ҡыҙы бик әүҙем кеше, төп вазифанан тыш социаль хеҙмәткәр булып эшләргә лә ваҡыт таба. Хаҡлы ялдағыларҙы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә, өй эштәрендә булыша. Шәфҡәтлелек, киң күңеллелек, хеҙмәт һөйөүсәнлек, ярҙамсыллыҡ кеүек күркәм сифаттарға эйә ул.
— Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу осоронда эштән тыш ваҡытта ла йөрөйөм. Күп йылдар хат ташыусы булғас, кемдең ниндәй баҫмаға яҙылырын алдан белеп торам. Тоғро яҙылыусыларыбыҙ бихисап, тәүҙә эште уларҙан башлайым. “Балтач таңнары”, “Йәнтөйәк”, “Аҡбуҙат”, “Әллүки”, “Өмет”, “Кызыл таң” кеүек баҫмаларға теләп яҙылалар. Уларға рәхмәтем сикһеҙ. Бына күптән түгел генә Маты ауылынан Гөлсинә Вәхиева һигеҙ (!) гәзит-журналға яҙылды, — ти Ирина Шәйбәкова.
Сер түгел, ауыл халҡының күп өлөшөн өлкән йәштәге кешеләр тәшкил итә. Улар өсөн хат ташыусы ҙур донъяға яҡты тәҙрә кеүек. Күптәргә аралашыу етмәй, шуға күрә улар Ирина Закирйән ҡыҙы менән тормош яңылыҡтары тураһында һөйләшергә ярата.
— Почтальоныбыҙҙы асыҡ йөҙлө, һәр саҡ ярҙамға әҙер булғаны өсөн яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ. Ҡулынан килмәгән эше юҡ үҙенең. Бигерәк уңған, — ти ауыл халҡы уның тураһында.
Оҙаҡ йылдар башҡарған хеҙмәтең халыҡ араһында юғары баһаланғас, артабан да тырышып эшләргә дәрт-дарман уяна, ихластан әйтелгән рәхмәт һүҙҙәре күңелгә ҡанат ҡуя.

Фирғәт Нәбиуллин.

Коврики для сушки посуды
Коврики для сушки посуды
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас