

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республика халҡы менән тура бәйләнешен барыбыҙ ҙа иғтибар менән ҡараныҡ. Дүрт сәғәттән ашыу ваҡыт эсендә ул бик күп һорауҙарға яуап бирҙе. Был аралашыуҙан тәьҫораттары менән Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова уртаҡлашты.
– Ил тормошоноң ошондай мөһим осоронда барыбыҙға ла бергә булыуыбыҙҙы һәм бер-беребеҙгә ярҙам итеүебеҙҙе аңлау мөһим. Был тура бәйләнештең төп йүнәлеше булып тора. Әлбиттә, мобилизациялау буйынса һорауҙар күп булды. Республикабыҙ тәүгеләрҙән булып мобилизацияланғандар ғаиләләре менән үҙ-ара эш итеү механизмын әҙерләне. Республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Миңлеғәле Шайморатов исемендәге координация штабы булдырылды. Уның төп бурысы – мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә ярҙам ойоштороу.
Хәл миңә эстән таныш, сөнки үҙем дә ошо штабта торам һәм юридик һорауҙар өсөн яуап бирәм. Беҙгә мөрәжәғәттәр килә, уларҙың күпселек өлөшө мобилизацияланған күп балалы атайҙарға ҡағыла, хәҙер уларҙы алмаштырыу бара, тине Радий Хәбиров. Координация штабы беҙгә бар хәлдең уртаһында булырға мөмкинлек бирә. Бурыстар аныҡ билдәләнгән – берәүҙәр мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә аҙыҡ-түлек килтерә, икенселәр көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүҙә, юридик ярҙам күрһәтә, һорауҙарға тиҙ арала яуап бирергә тырыша.
Бындай штабтар республиканың барлыҡ муниципалитеттарында ла эшләй, шуға күрә ағымдағы мәсьәләләрҙең күпселеге шунда хәл ителә, республика штабында төбәк йәки федераль кимәлдәрҙә хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләр ҡарала. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы госпиталдәрҙә яраланған яугирҙәргә ярҙам итеү буйынса эш тә ойоштора. Беҙгә бөгөн тап берҙәмлек кәрәк. Республика Башлығының тура бәйләнеше лә берләштереүсе факторға әүерелде, беҙҙең шатлыҡтарыбыҙ, ҡаҙаныштарыбыҙ уртаҡ, хәл итергә кәрәк мәсьәләләр ҙә байтаҡ. Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү хәүефте кәметә һәм ялған мәғлүмәттәргә юл ҡуймай, сөнки беренсе ҡулдарҙан дөрөҫ мәғлүмәт алыу мөмкинлеге бар, – тине ул.