Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
27 Октябрь 2022, 04:23

Иғтибарығыҙға – Асҡын гармунсыһы!

Нәжип Ғилметдинов: "Бер мәл магазинға ике гармун килтерҙеләр. Көн һайын барам да, шуларға оҙаҡ итеп ҡарап торам. Атайымдан иларҙай булып һорағас..."

Иғтибарығыҙға – Асҡын гармунсыһы!Иғтибарығыҙға – Асҡын гармунсыһы!
Иғтибарығыҙға – Асҡын гармунсыһы!

Асҡын районы Үтәш ауылынан Нәжип Ғилметдинов та моңға ғашиҡ. Бәләкәй генә сағында радионан гармун тауышы ишетеү менән бейергә төшөп китер булған ул.

"Бала саҡта миңә гармун шул тиклем матур, серле, мөғжизәле уйын ҡоралы булып күренә ине. Беҙҙең ауыл бәләкәй генә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бер мәл магазинға ике гармун килтерҙеләр. Көн һайын барам да, шуларға оҙаҡ итеп ҡарап торам. Атайымдан иларҙай булып һорағас, береһен алып бирҙе. Минең нисек ныҡ шатланғанымды күрһәгеҙ икән!" - тигән хәтирәләрҙән башланып китте һөйләшеүебеҙ.

Нәжип Әғзәметдин улы һөнәре буйынса водитель. Армиянан һуң Себер тарафтарында ҙур йөк машиналарында ағас ташый, аҙаҡ башҡа төрлө автомобилдәрҙе лә йөрөтә. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ауылда төпләнә, төрлө сараларҙа гармунда уйнап ауылдаштарын моңландыра ла, дәртләндерә лә. Әле ул Асҡын районы мәҙәниәт һарайындағы “Бөркөттәр” ансамблендә йырлай. Төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, уңыштары ла тос. Мәҫәлән, ике тапҡыр Фән Вәлиәхмәтов исемендәге “Үҙем уйнайым, үҙем йырлайым” конкурсында ҡатнашып, дипломға лайыҡ булған. Оҫта гармунсы Нәжип Ғилметдинов шулай уҡ ҡарҙан, боҙҙан һындар эшләргә лә ярата. Яңы йыл байрамы алдынан яһаған һындары тирә-яҡҡа йәм биреп ултыра.

“Балалар һымаҡ ҡар менән уйнайһың, тип тәүҙә ололар шаяртһа ла, эшләп бөткәс, маҡтап китәләр”, - ти оҫта.

Үҙ ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙырыусы, гармун моңо аша яҡташтарының күңелендә йылы хис-тойғолар уятыусы Нәжип Ғилметдинов артабан да йәнтөйәген йәмләп йәшәһен, гармун моңо был тарафтарҙа һис ҡасан өҙөлмәһен.

Фото һәм видео гармунсының шәхси архивынан.

 
Иғтибарығыҙға – Асҡын гармунсыһы!
Иғтибарығыҙға – Асҡын гармунсыһы!
Иғтибарығыҙға – Асҡын гармунсыһы!
Иғтибарығыҙға – Асҡын гармунсыһы!
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Сығанаҡ: Башҡортостан
Иғтибарығыҙға – Асҡын гармунсыһы!
Иғтибарығыҙға – Асҡын гармунсыһы!
Автор:
Читайте нас