Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
27 Октябрь 2022, 16:25

Халыҡты төҙөкләндереү мәсьәләһе лә борсой

Күптәр был аралашыу башлыса мобилизация темаһына арналыр тип уйлай ине. Тик, асыҡланыуынса...

Халыҡты төҙөкләндереү мәсьәләһе лә борсойХалыҡты төҙөкләндереү мәсьәләһе лә борсой
Халыҡты төҙөкләндереү мәсьәләһе лә борсой

Әлеге ваҡытта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тура бәйләнеше дауам итә. Ул дәүләт башлығы Владимир Путиндың “Валдай” форумындағы сығышы менән бүленеп торҙо. Илебеҙ Президенты бар донъяның үҙгәреш кисереүе тураһында һөйләне.

Владимир Путиндың сығышына аңлатма биреп, Радий Хәбиров хәҙер донъя ҡоролошоноң глобаль мәғәнәлә үҙгәреүенә шаһит булыуыбыҙҙы билдәләне.

Артабан һорауҙар дауам итте. Күптәр был аралашыу башлыса кешеләрҙе бөгөн борсоған мобилизация темаһына арналыр тип уйлай ине. Тик, асыҡланыуынса, кешеләргә төҙөкләндереү, юлдар, ҡала һәм ауылдар үҫеше мәсьәләһе мөһим икән.

Мәҫәлән, Өфө ҡалаһының Сипайлово биҫтәһендә йәшәгән кешеләр видеомөрәжәғәт ебәргән. Улар тәүҙә биҫтәләге “Ҡашҡаҙан” паркы һәм ундағы үҙенсәлекле фонтан өсөн рәхмәт әйтте. Ә һорауҙары Рыльский урамын төҙөкләндереүгә бәйле ине.

– Ҡашҡаҙан паркын эшләгән саҡта Рыльский, Яр буйы урамдарын да төҙөкләндереү тураһында уйлағайныҡ инде. Ремонт эштәрен аҙаҡҡы экспертиза менән проектлау 2023 йылдың мартында тамамланырға тейеш, тип планлаштырабыҙ. Киләһе йылда уҡ төҙөкләндереүҙең ниндәйҙер этабына тотонһаҡ, бик шәп буласаҡ. Әммә беҙгә реконструкцияны биләмәне төҙөкләндереү менән бәйләргә кәрәк буласаҡ. Унда ҙур күләмдә селтәрҙәр сығарыу тора, ә был күп сығым талап иткән эш. Ләкин беҙ вәғәҙәбеҙҙе тотабыҙ, Рыльский урамын эшләрбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Тағы бер һорау Сибай - Аҡъяр юлын капиталь ремонтлауға арналды.

– Әле беҙ Урал аръяғы юлдарын, шул иҫәптән Сибай – Аҡъяр менән ныҡлы шөғөлләнеү өсөн ҙур булмаған аҡса фонды булдырабыҙ. Юлдар – иң ҡиммәтле һәм ауыр йөкләмә. Киләһе йылдан проектлауға тотонорбоҙ, өс-дүрт йылдан бында тәртип урынлаштырырбыҙ, тип вәғәҙә бирәм. Быны йөкләмәмә индереүегеҙҙе һорайым, – тине Радий Хәбиров.

Төҙөкләндереү темаһына ҡағылып, ул Күмертау ҡалаһындағы стадион тураһында ла әйтте. Башҡортостан Башлығы ваҡыт буйынса күсерелһә лә, уларға бирелгән йөкләмәләрҙең барыһы ла контролдән алынмауын билдәләне. Ул Күмертауҙағы стадионды миҫалға килтерҙе, уны урындағы халыҡ көтә.

“Стадионды 2023 йылда көҙгә тиклем тапшырабыҙ, проектты ғәмәлгә ашырыуҙың 200 миллиондан 700 миллион һумға тиклем ҡиммәтләнеүе сәбәпле, төҙөлөш оҙаҡҡа һуҙылды. Сәфәр ваҡытында халыҡ менән һөйләшкән барлыҡ объекттар контролгә алынған”, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Фото: "Башинформ".

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-10-27/keshel-r-e-t-kl-ndere-baryshy-la-borsoy-3006145
Халыҡты төҙөкләндереү мәсьәләһе лә борсой
Халыҡты төҙөкләндереү мәсьәләһе лә борсой
Автор:
Читайте нас