

Кисә кис Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров раҫлаған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары тураһында һөйләне.
– Башҡортостан етәкселеге тарафынан ошо саралар планын тормошҡа ашырыуға һәм мобилизацияланған граждандарҙың ғаиләләренә социаль ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән бөтә тейешле саралар һәм норматив-хоҡуҡи акттар кисекмәҫтән ҡабул ителә. Хоҡуҡи акттар тиҙ, ҡыҫҡа ваҡытта эшләнә. Әле Башҡортостан Хөкүмәтендә бер нисә закон проекты, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы йәки уның ғаилә ағзаларының береһен 2022 йыл өсөн һәр төрҙәге транспорт сараһы өсөн транспорт һалымын түләүҙән азат итеү ҡаралған транспорт һалымы тураһында законға үҙгәрештәр индереү хаҡында килешеү бара. Был закон проектын ағымдағы йылдың ноябрендә ҡабул итеү планлаштырыла, – тине Лира Иғтисамова.
Башҡортостан Башлығы етәкселегендәге оператив кәңәшмәлә билдәләнгәнсә, балалар мәктәптәрҙә бушлай туҡланыу, транспортта бушлай йөрөү һәм һөт кухняһы продукцияһы менән файҙаланыу мөмкинлегенә эйә. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Башҡортостанда федераль кимәлдә ҡаралған барлыҡ социаль ярҙам саралары тормошҡа ашырыла.
Лира Иғтисамова ҡайҙан өҫтәмә файҙалы мәғлүмәт алырға мөмкин булыуы хаҡында һөйләне. Мәҫәлән, планды бойомға ашырыуҙың көнүҙәк мәсьәләләре буйынса мәғлүмәт Башҡортостандың Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығы сайтында түбәндәге һылтанма буйынса урынлаштырылған: https://mintrud.bashkortostan.ru/activity/37622/, шулай уҡ “Аңлатабыҙ. Башҡортостан” һәм “Хеҙмәт мөнәсәбәттәре” Telegram-каналдарында.
“Аңлатабыҙ.102” платформаһында бөтә социаль селтәрҙәр тупланған, унда ла граждандар мөрәжәғәттәре буйынса ҡыҙыҡһындырған һорауҙар хаҡында көнүҙәк мәғлүмәт бирелә.
Өлөшләтә мобилизация һорауҙары буйынса Республикаға идара итеү үҙәгенең телеграм каналында чат-бот эшләй, унда ла яуаптар алырға мөмкин: https://t.me/Mobilizacia_Bash_Bot .
Шулай уҡ ошо һорауҙар буйынса Башҡортостан Республикаһының Ситуация үҙәгенә мөрәжәғәт итергә мөмкин: 122, өҫтәмә номер - 1, 8 (347) 218-19-19 (көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем).
Фото: bash.news
Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-10-25/m-l-m-tte-ay-an-tabyr-a-3002186