Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
24 Октябрь 2022, 12:45

Өс балалы атайҙар ҡайтарыласаҡ!

Республикала уларҙың һаны 200-ҙән ашыу.   

Өс балалы атайҙар ҡайтарыласаҡ!Өс балалы атайҙар ҡайтарыласаҡ!
Өс балалы атайҙар ҡайтарыласаҡ!

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтенең Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән аҙналыҡ кәңәшмәһе ваҡытында өлөшләтә мобилизацияға бәйле һорау күтәрелде. Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Социаль коммуникациялар идаралығы начальнигы Елена Прочаковская белдереүенсә, системаға килгән һорауҙарҙың күпселеге тап ошо темаға арналған. Айырып әйткәндә, халыҡты өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән атайҙарҙы ҡайтарыу проблемаһы борсоған.

Радий Хәбиров был мәсьәлә буйынса үҙенең ҡарашын белдерҙе: уларҙы тиҙ арала ҡайтарырға.

– Федераль кимәлдә бындай ҡарар бар. Башҡортостандан 200-ҙән ашыу күп балалы атай алынған, улар хәрби әҙерлек үтә. Уларҙы кире ҡайтарырға кәрәк, был ғәҙел буласаҡ – тине Радий Хәбиров.

Район һәм ҡала хакимиәттере башлыҡтарына хәрби комиссариаттар менән берлектә, уларға алмаш әҙерләргә ҡушылды.  

“Беҙҙең мобилизация планын үтәү өсөн был кешеләрҙе башҡа кешеләр менән алмаштырырға кәрәк. Аңлау өсөн: беҙ республикалағы мобилизация резервының бик аҙ өлөшөн саҡырабыҙ. Шуға күрә эшләгеҙ, зинһар”, – тине ул.

Фото: chita.ru

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-10-24/s-balaly-atay-ar-aytarylasa-3001167
Өс балалы атайҙар ҡайтарыласаҡ!
Өс балалы атайҙар ҡайтарыласаҡ!
Автор:
Читайте нас