

Үрге Иванай ауылынан пенсионер Рима Әхтәри ҡыҙы Ипаева, оло йәшенә ҡарамаҫтан, һаман да баҡсала һәм хужалыҡта эшләргә ярата. Уға әле 73 йәш. Йыл һайын ул үҙенең баҡсаһында кәбеҫтә үҫтерә. Уңыш йыл һайын һәйбәт була: 100-ҙән ашыу күсән тәгәрәшеп үҫә.
Хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем ул 30 йыл мәктәп ашханаһында эшләгән. Шунан бирле ул көҙгөһөн кәбеҫтә тоҙларға һәм әсетергә ярата. "Элек дәрестәрҙән һуң уҡыусылар килеп, минең менән бергә кәбеҫтә тоҙлай ине. Кәбеҫтә ныҡ тәмле килеп сығыр ине һәм бөтә балалар ҙа уны рәхәтләнеп ашаны”, - ти ул.
Быйыл Рима Әхтәри ҡыҙы кәбеҫтә тоҙларға ярҙамлашырға "Арвий" коллективын үҙ өйөнә саҡырған. Улар менән оҫтабикә Рима Әхтәри ҡыҙы кәбеҫтә тоҙлау серҙәре менән ихлас уртаҡлаша .
- Эш барышында үҙең хаҡында, ҡыҙҙар тураһында һөйләшеп, төрлө темаға йыр йырларға мөмкин, сөнки кәйефең күтәренке булғанда, кәбеҫтә лә тәмлерәк килеп сыға, - ти Балтас уңғанбикәһе.
Рима Әхтәри ҡыҙы әҙерләгән кәбеҫтәне шундай ҡатмарлы ваҡытта өлөшләтә мобилизацияланған һалдаттарға ебәрергә уйлай. Хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр өйҙә күңел биреп әҙерләнгән аҙыҡтың тәмен иҫкә төшөрөр өсөн, тоҙло кәбеҫтә - иң яҡшыһы буласаҡ, тигән фекерҙә ул.
Фото: Светлана Ипаева.
https://bashgazet.ru/articles/geroy-ar-d-ere/2022-10-23/aldattar-a-to-lan-an-k-be-t-2999951