

Был эштә үҙәк яңғыҙ түгел, бында райондың мәҙәниәт бүлеге һәм мәҙәниәт һарайы бик әүҙем ҡатнаша. Күптән түгел "Мишәр Дуҫлыҡ түңәрәге" этнотуры” исемле проекты мәҙәни башланғыстар буйынса Президент фонды грантына эйә булды. Бик күп эҙләнеүҙәрҙән һуң шундай иҫ киткес матур мишәр костюмдары тергеҙелде. “Малан” исемле мишәр фольклор ансамбле ойошторолдо. Нимә ул "Малан"? Малан тип Баланды әйтә мишәр халҡы. Ә балан ул - мишәр халҡының иң яратҡан ризығы.
Коллектив республикабыҙҙа йәшәгән төрлө милләт вәкилдәрен, төрлө райондарын үҙҙәре менән таныштырырға тип, юлға сыҡты.
Һәм бөгөн "Малан" мишәр фольклор ансамбле Илеш районы Үрге Йәркәй ауылында "Мираҫты ҡайтарыу" этностудияһын асыуға арналған сарала ҡатнашты.
Гөлназ Ғәлләмова.