Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
20 Октябрь 2022, 04:17

Аштары телеңде йоторлоҡ

Зинфира Нуртдинова бешергән аш-һыуҙы балалар көтөп ала

Аштары телеңде йоторлоҡАштары телеңде йоторлоҡ
Аштары телеңде йоторлоҡ

Тәмле ашарға, бешеренергә яратмаған кеше бармы икән ул?! Интернет селтәренә инһәң дә, гәзит-журнал алһаң да, үҙенсәлекле рецептка тап булаһың. Шуға ла күпселек ҡатын-ҡыҙҙар аш-һыу оҫтаһына әйләнеп бара бөгөн. Таңатар мәктәбе ашнаҡсыһы Зинфира Нуртдинова ла һөнәри оҫталығын һәр саҡ камиллаштырып, яңынан-яңы ризыҡтар менән балаларҙы һәм ғаиләһен һөйөндөрөп тора.

 

– Бәләкәйҙән ашарға бешерергә яраттым. “Астың асыуы яман” тип әйтергә ярата ине әсәйем. Шуғалырмы, өйөбөҙҙән – кеше, табындан ризыҡ өҙөлмәне. Атай эштән ҡайтыуға береһенән-береһе тәмле ризыҡтар бешереп ҡуя торғайны. Аш-һыу әҙерләүгә һәләттәрем әсәйемдән күскәндер, тип уйлайым. Беҙ мәктәптә уҡыған осорҙа хеҙмәт дәресендә ҡыҙҙарҙы тегеү, бешереү оҫталыҡтарына өйрәтәләр ине. Шул дәрестәрҙе лә бик ярата инем, — тип бала саҡ йылдарын иҫкә алды Зинфира Зәбир ҡыҙы.
Районыбыҙҙың Түгәрәк ауылында тыуып үҫә ул. Мәктәпте тамамлағас, 2010 йылда Борай ауылының 154-се һөнәрселек училищеһында ашнаҡсы-кондитер һөнәрен үҙләштерә. Хеҙмәт юлын Зинфира Нуртдинова Борайҙағы “Остров” кафеһында официант булып башлай. Бер йылдан һуң Нефтекама ҡалаһында урнашҡан “Ожмах мөйөшө” кафеһына урынлаша. Яҙмыш елдәре уны Себер яҡтарында ла йөрөтөп алып ҡайта. Унда ла үҙенең һөнәренә тоғро була. Шул йылдарҙа үҙенең мөхәббәтен Рөстәм Финат улын осратып, йәштәр ғаилә ҡора.

Зинфира Нуртдинова турында гәзитебеҙҙең 20-се һанында уҡый алаһығыҙ.

Гөлназ Ханова.

Аштары телеңде йоторлоҡ
Аштары телеңде йоторлоҡ
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас