

Республика көнөндә Балтас районы Асау ауыл клубында китапхана хеҙмәткәрҙәре менән берлектә “Хәлдәрегеҙ нисек, һалдат әсәләре?” тип исемләнгән осрашыу кисәһе ойоштороп үткәрелде.
Илдәге һуңғы ваҡиғалар арҡаһында бик күп кешеләр, бигерәк тә мобилизацияға эләккән һалдаттарҙың ата-әсәләре йылы һүҙгә мохтаж. Ошо йылы һүҙ бигерәк тә кеше тормошонда бик кәрәк һәм уларҙы тынысландырырға , әҙерәк күңел хәсрәттәрен баҫырға ярҙам итә.
Был кисәлә биш әсә ҡатнашты. Улар тураһында йылы һүҙҙәр әйтелде, уларға яҡшы теләктәр теләнде. Ата- әсәләр үҙҙәренең балалары тураһында һағынып һөйләне. Уларҙың нисек хеҙмәт итеүҙәре тураһында һөйләнеләр, күңелдәрендәге борсолоуҙары менән бүлештеләр. Сәй артында моңло йырҙар йырлап, күңелдәрен бушаттылар. Бер-береһенә һаулыҡ теләп, балаларының иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләнеләр.
Улдарын хеҙмәткә оҙатҡан ата -әсәләргә - сабырлык , һаулыҡ, тиҙерәк илдә тыныслыҡ булыуын теләп ҡалды ойоштороусылар.
Гөлназ Ғәлләмова.