Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
3 Октябрь 2022, 11:20

Малдар һәләк булған...

Бәлә кискә ҡарай сыҡҡан.

Малдар һәләк булған...Малдар һәләк булған...
Малдар һәләк булған...

Шишмә районының Енғалыш ауылында урынлашҡан крәҫтиән (фермер) хужалығында янғын сығып, мал-тыуар ҡазаланған, тип хәбәр итә «Башинформ».

Кисә кис ҡуралар янып китә. Урынға профессиональ ҡотҡарыусылар, шулай уҡ ирекле янғын һүндереүселәр килеп, ут ялмаған ҡаралтыларҙы һүндереүгә өлгәшә-өлгәшеүен, әммә юғалтыу ҙа бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер үгеҙ менән өс быҙауҙы ҡотҡарып ҡала алмағандар.

Әлегә бәләнең сәбәптәре асыҡлана, тиҙәр Ғәҙәттән тыш хәлдәр комитетында.

Фото: " Башинформ".

Автор:Миләүшә Сайтакова
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-10-03/maldar-l-k-bul-an-2974644
Малдар һәләк булған...
Малдар һәләк булған...
Автор:
Читайте нас