Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
3 Октябрь 2022, 07:25

Изге башланғысҡа старт бирелде

Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов  2023 йылдың тәүге ярты йыллығына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса “Изгелек ағасы ” мәрхәмәтлек эстафетаһына старт бирҙе.

Изге башланғысҡа старт бирелдеИзге башланғысҡа старт бирелде
Изге башланғысҡа старт бирелде

Бөгөн, 3 октябрҙә, 2023 йылға ваҡытлы матбуғат сараларына ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк башланды. Ул 13 октябргә тиклем дауам итәсәк.

 Районыбыҙҙағы матур  йоланы дауам итеп, бөгөн  Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса етәкселәр араһында «Изгелек ағасы» мәрхәмәтлек акцияһын иғлан итте!

Динис Рәдис улы район гәзиттәренә яҙылып, уларҙы  өлөшләтә мобилизация сиктәрендә  Тыуған илебеҙҙе һаҡларға киткән ир-егеттәрҙең ғаиләһенә бүләк итте.

 «Был гәзиттәр яҡындарын Ватаныбыҙҙы һаҡларға ебәргән ғаиләләргә рухи бүләк булһын», - тине Динис Рәдис улы.

Динис Рәдис улы эстафетаны үҙенең урынбаҫарҙары һәм  район Советы секретары Рима Шамил ҡыҙы Нәбиуллинаға, район хакимиәтендә эштәр менән идара итеүсе Илдар Әүхәт улы Асҡаровҡа тапшырҙы.

 

«Эстафетаны һәр етәксе аңлап ҡабул итеп, артабан лайыҡлы тапшырыр, тигән теләктә ҡалам. Әйҙәгеҙ, гәзит-журналдарға яҙылыуҙы халҡыбыҙҙың рухи именлеге мәнфәғәтендәге мөҡәддәс бурыс итеп тойоп, баҫмаларыбыҙға ярҙамды һәр ҡайһыбыҙ үҙенән башлаһын. Матбуғат яҙмышы, бигерәк тә милли баҫмаларҙың киләсәге, бөгөн хәл ителә, дуҫтар!» - тип мөрәжәғәт итте Динис Рәдис улы етәкселәргә.

Наилә Имаева.

Изге башланғысҡа старт бирелде
Изге башланғысҡа старт бирелде
Изге башланғысҡа старт бирелде
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас