Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
1 Октябрь 2022, 08:00

Ярты быуаттан ашыу умартасылыҡ менән мәшғүл

Башҡорт балы тотош донъяла киң танылыу тапты, Башҡортостаныбыҙҙың ете мөғжизәһе исемлегенә индерелде. Халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәренең береһе умартасылыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙе бөгөн һәр ауылда тиерлек осратырға мөмкин.

Ярты быуаттан  ашыу умартасылыҡ  менән мәшғүлЯрты быуаттан  ашыу умартасылыҡ  менән мәшғүл
Ярты быуаттан ашыу умартасылыҡ менән мәшғүл

Күптәр был эшкә табышлы шөғөл кеүек ҡараһа, икенселәр унан башҡа йәшәй алмай, үҙҙәре лә бал ҡорттары кеүек умартасылыҡ серҙәрен өйрәнеүҙән туҡтамай. Яңы Бәрҙәш ауылында йәшәүсе Ғайфулла Кәлимулла улы Ғиндуллин тап шундайҙарҙан. Ул яңыраҡ 75 йәшен билдәләне.

Бәләкәй сағынан уҡ Ғайфулла олатай ата-әсәһенең нисек итеп бал ҡорттары ҡарағанын күреп үҫә. Ҡайһы ваҡыт тиҫтерҙәре менән уйнарға ла сыҡмайынса, умарталары янында ваҡытын үткәрә. Был кәсептең һәр нескәлеген белгән Ғайфулла олатайҙың бөгөн дә 30-ҙан ашыу умартаһы бар.

1970 йылда  яҙмышын уҡытыусылыҡ менән бәйләгән Мәрйәм Мөхөтдин ҡыҙы менән ғаилә ҡора. Атаһы уға бер умарта бал ҡортон бирә. Шул ваҡыттан бирле ул шифалы татлы ризыҡтан өҙөлгәне юҡ. Һөнәре буйынса водитель булып эшләгән Ғайфулла Кәлимулла улы тыуған районы тәбиғәтенә иҫ киткес ғашиҡ кеше. Йүкә ағастары күпләп сәскә атҡан ваҡытта бал ҡорто күстәренең гөж килеүен тыңларға ярата. Үҙенең шөғөлөнә тотош ғаиләһен дә ылыҡтыра. Мәрйәм апай менән дүрт ул тәрбиәләп үҫтерә. Уларҙың барыһы ла нәҫелдән килгән кәсепте яҡшы белә. Әйткәндәй, Ғайфулла ағай бөгөн үҙенең улдары  менән дә ғорурланырға хаҡлы. Олоһо Айҙар —  Яңы Бәрҙәш ауыл биләмәһе башлығы, Илфат   Екатеринбург ҡалаһында төпләнгән, Наил – район хакимиәтендә урман сәнәғәте буйынса белгес, кеселәре Раушан —  “Урман” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры.  Аталарының кәңәшен алып, әсәләренең һүҙен тотҡан егәрле уландар береһенән-береһе аҡыллы, уңған кәләштәре менән Ғиндуллиндарҙы олатай  һәм өләсәй иткән. Ғайфулла олатай, тип йүгерешеп килеп ингән ейән-ейәнсәрҙәрен умартасыбыҙ тәмле кәрәҙ менән һыйларға ярата. Бәләкәстәрен бал ҡорттарынан ҡурҡмаҫҡа өйрәтә, балдың файҙалы булыуын һәм улар һымаҡ егәрле, эшсән булырға кәрәклеген төшөндөрә ул.

Гөлнара Солтанова.

Ҡариҙел районы.

Ярты быуаттан  ашыу умартасылыҡ  менән мәшғүл
Ярты быуаттан ашыу умартасылыҡ менән мәшғүл
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас