

Ул ғүмере буйы Ҡариҙел ауылының 1-се урта мәктәбендә физкультура дәресен алып барған педагогик хеҙмәт ветераны, билдәле спортсы. Йыл һайын Василий Калитович саңғы фестивалендә ҡатнашып, үҙенең йәш категорияһында беренселекте алып килә. Ул бер ваҡытта ла иҫерткес эсемлектәр ҡапмаған, тәмәке тартмаған, тик сәләмәт тормош алып бара. Сәләмәт йәшәү рәүешен Василий Калитович үҙенең тормош девизы тип һанай. Уҡыусылары, коллективы уны һаман да хөрмәт итә, янында йыш булырға тырыша.
Ҡатыны Фаизә Хәбибрахман ҡыҙы менән улар өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙе. Ҡыҙҙары әсәләре һөнәре буйынса акушер-гинеколог булып китһә лә, атайҙары һымаҡ спортты яратты, саңғы, волейбол буйынса һәр саҡ алдынғылыҡты алып килде.
Василий Калитович — тәжрибәле баҡсасы ла. Район үҙәгендә беренсе алмалар, төрлө емеш ҡыуаҡтары, ят-ят сәскәләр, декоратив үҫемлектәр нәҡ Калитовтар баҡсаһында булғандыр, тиһәк, хата булмаҫ. Заманында уларҙың баҡсаһында 100-ҙән ашыу культура иҫәпләнә ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Василий Калитович былтыр 59 йыл бергә татыу йәшәгән тормош юлдашын баҡыйлыҡҡа оҙатты. Шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелмәйенсә, 88 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, мал аҫрап, үҙ ағын татып, баҡсаһын үҫтереп, матур тормош кисерә. Киләһе саңғы ярыштарына ла үҙен физик яҡтан әҙерләргә онотмай.
Гөлнара Солтанова.