

Бар ғүмерен фиҙаҡәр хеҙмәттә үткәреп, бөгөн хаҡлы ялда булған һәүәҫкәр шағирә, оҫта тегеүсе Мауза апай Латыпова әле лә етеҙлеге, өлгөрлөгө, рухлы, дарманлы булыуы менән һоҡландыра. 74-се йәше менән барыусы Мауза апай бөгөн дә гөрләтеп донъя көтә, спорт менән шөғөлләнә, яратҡан ҡул эштәренә күҙ нурҙарын түгә.
Мауза Фәйзелғаян ҡыҙы Иҫке Күскилде ауылында тыуып үҫә. Бәләкәйҙән малайҙар һымаҡ шуҡ була: велосипедта, атта уҙышыуҙарҙа һәр саҡ беренселекте ала. 1967 йылда Урмияҙ мәктәбен тамамлағас, Өфөлә тегеүселәр курсын тамамлап, Урмияҙҙа тегеүсе булып эшләй. Артабан Ташкентҡа сығып китеп, унда туҡыусы булып хеҙмәт һала. Өс йылдан һуң тыуған ауылына ҡайта. 1975 йылда Ҡашҡа ауылы егете Хәмит Әминевҡа кейәүгә сыға. Йәштәр Ҡашҡа ауылында төпләнә.
Йәш килен урындағы көнкүреш комбинатында тегеүсе булып эшкә урынлаша һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы 27 йыл бирелә намыҫлы хеҙмәт итә. Яратҡан һөнәрен ул бөгөн дә ташламай: ауылдаштарына әленән-әле төрлө күлдәктәр тегеп, кейемдәрен ремонтлаштырып ҡыуандырып тора. Ҡашҡа ауыл мәҙәниәт йортонда эшләп килгән фольклор коллективына ла Мауза апай бына тигән итеп, үҙебеҙҙең ерлеккә яраҡлаштырып, кейемдәр тегеп биргән. “Беҙ әле капиталь ремонт барған Ҡашҡа ауыл мәҙәниәт йортоноң асылыуын көтәбеҙ. Ошо тантанаға Алина ейәнсәремә башҡорт милли костюмын тегеп кейҙерергә тип дәртләнеп торам әле”, — тип яҡын көндәргә пландары менән дә бүлеште оҫта ҡуллы ағинәй.
Мауза Фәйзелғаян ҡыҙы үҙе лә ғүмер буйына ауылдың мәҙәни тормошонда ҡайнап йәшәй: концерттарҙа ҡатнаша, үҙе ижад иткән шиғырҙарҙы уҡый, бейей, гимнастик номерҙар менән дә сығыш яһай, спектаклдәрҙә ҙур оҫталыҡ менән ролдәрҙе башҡара, халыҡ уйын ҡоралдары ансамблендә ҡубыҙҙа уйнай. Оҙаҡ йылдар ауыл ҡатын-ҡыҙҙар һәм ветерандар советы рәйесе булараҡ та бик күп эш башҡара.
74-се йәше менән барһа ла Мауза апай йәштәргә биргеһеҙ һығылмалы, етеҙ. Уның шундай еңеллек менән шпагатка ултырыуына, ҡатлаулы гимнастик күнегеүҙәр яһауына билдәле спортсылар, гимнасттар ҙа көнләшерлек.
Матурлыҡҡа ғашиҡ ағинәйҙең йәйҙәрен баҡсаһы аллы-гөллө сәскәләргә күмелә. “Быйыл да баҡсамда сәскәләрем уңды. Йәй буйына төрлө төҫтәге петуния һәм розаларым күңелде наҙланы, яҡшы кәйеф бүләк итте. Еләк-емештәр ҙә бик уңды. Ҡурай еләге, ҡарағат, викторияларҙы йыйып өлгөртөп кенә торҙом. Аллаға шөкөр, барыһы ла бар, иҫән-һау булайыҡ”, — тип барыһына ла сәләмәтлек, имен тормош теләне һәр көнөн изге доғанан башлаған Мауза Фәйзелғаян ҡыҙы.
Мауза апай Хәмит ағай менән биш бала — өс ҡыҙ һәм ике улға ғүмер бирә. Ул һәм ҡыҙҙарының һәр береһе тормошта үҙ урындарын табып, матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтерә. Бөгөн иһә хәстәрлекле өләсәй 15 ейән-ейәнсәрен һөйөп, уларҙың уңыштарына ҡыуанып ғүмер кисерә.
Наилә ИМАЕВА.