

Быға тиклем хәрби операцияларҙа ҡатнашҡан яҡташыбыҙ үҙ тәжрибәһенән сығып кәңәштәрен еткерҙе.
Өлөшләтә мобилизацияға эләккәндәргә үҙең менән нимәләр алырға? Бөгөн күптәрҙе ошо һорау ҙа борсой. Быға тиклем бер нисә тапҡыр контракт буйынса төрлө ерҙәрҙә хәрби хеҙмәт юлын уҙған, шулай уҡ Украиналағы хәрби операцияларҙа ҡатнашып, күптән түгел Суворов миҙалына лайыҡ булған яҡташыбыҙ үҙ тәжрибәһенән сығып кәңәштәрен еткерҙе.
Шәхси гигиена әйберҙәре кәрәклеген һәр кем үҙе лә белә.
Үҙең менән беренсе тәүлектә туҡланырлыҡ ризыҡ алырға кәрәк.
Һауа торошона ҡарап кейенегеҙ, бына хәҙер һыуытты, өҫтәмә рәүештә йылы әйберҙәр алырға кәрәк.Быныһы - мотлаҡ.
Шулай уҡ үҙегеҙгә тәүге осорҙа кәрәк булған йәки кәрәк булыуы ихтимал тип һанаған дарыуҙар ҙа алығыҙ.
Хәрби часть ҡарамағына барып еткәс, өлөшләтә мобилизацияға эләккән граждандарҙың барыһы ла тейешле кейем комплекты, башҡа төрлө кәрәк-яраҡ, медицина хеҙмәтләндереүе менән тәьмин ителә.
Тәүге осорҙа кәрәкле әйберҙәр – йоҡлау өсөн махсус ҡапсыҡ, жилет (разгрузка), пенка (түшәк) , шулай уҡ үҙең менән сөйәлгә, һыҙырылған ергә йәбештерергә пластырь, тубыҡ өсөн ҡулайлама (наколенник), жгут кеүек әйберҙәр алырға кәрәк.
Иң мөһиме, бер-берегеҙгә иғтибарлы, ярҙамсыл, берҙәм булығыҙ!
Әйткәндәй...
Яҡташыбыҙ яҡын көндәрҙә йәнә махсус операция зонаһына юлланасаҡ.
Илһөйәр яҡташыбыҙҙың иҫән-имен йөрөп ҡайтыуын теләйбеҙ.
Наилә Имаева.