

Теүәл бер йыл элек “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә Көндәшле ауылында еләк-емеш, һарымһаҡ үҫтерергә теләк белдереп, Илдар Сәхипов килгәйне. Тырышлыҡ ҡына түгел, һауа торошо һәм башҡа бик күп факторҙарға бәйле өлкәлә был башланғыс оло тәүәккәллек талап итә.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә яҡташыбыҙҙың идеяһын хуплайҙар, уға төрлө программалар буйынса эшмәкәрлекте йәйелдерергә кәңәш итәләр. Башланған эш — бөткән эш, тип халыҡта белмәй әйтмәйҙәр. Алдағы көндә мәғлүмәти һәм башҡа ярҙам ҡулы һуҙырға әҙерлектәрен белдерәләр. Кәңәштәрҙе тотоп, киләсәктә “Агростартап” программаһы буйынса ярҙам булырына ышана Лиана һәм Илдар Сәхиповтар. Булғанына шөкөр итһәләр ҙә, киләсәктә эште ҙурайтыуҙы күҙаллап, маҡсаттарға ынтылып йәшәйҙәр.
Эшҡыуарҙарҙың идеяһы — ял итергә һәм ауыл тормошона сумырға теләгән туристар өсөн уңайлы майҙансыҡ булдырыу. Бында ҡунаҡ йорто, эргәлә ике күл бар — уларҙы таҙартып, тәрәнәйткәндәр. Ә планда — тағы ла тиҫтәләгән йорт, атта һәм йәйәү, кәмәлә һәм катерҙа йөрөү. Теләгәндәр йыл әйләнәһенә балыҡ тоторға йөрөй, емеш-еләк йыя һәм һатып ала, уларҙы дөрөҫ үҫтерергә өйрәнә. Быйыл ҡыш бында ҡаргиҙәрҙә, саңғыла һәм конькиҙа шыуырға мөмкин буласаҡ, тюбинг трассаһы өсөн һәйбәт битләү ҙә бар.
Пландарҙы тормошҡа ашырыу өсөн бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүсе төрлө дәүләт программаларында ҡатнашыу этәргес бирергә мөмкин.
Колхозда көс түккән атай-әсәйҙәренең тейешле пай ерҙәрендә баҡса еләге һәм һарымһаҡ үҫтерәләр. Һарымһаҡ йыйылып һатылған да инде. Әлбиттә, ултыртырға орлоҡлоҡ ҡалдырылған. Баҡса еләге әле лә өлгөрә, йыйыла һәм һатыла. Октябргә тиклем еләк уңышы яҡташтарыбыҙға баҙарҙа тәҡдим ителәсәк. Көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү һәм һалым биналары менән йәнәшә баҡса еләгенең үҙе генә түгел, уның үҫентеһе лә баҡса үҫтереүселәргә һатыла. Әлеге ваҡытта ҡурай еләгенә ихтыяж ҙур. Уны ҡәнәғәтләндереү менән мәшғүл Сәхиповтар. Эшҡыуарға үҙемде ҡыҙыҡһындырған бер нисә һорауымды юлланым.
— Ҡурай еләге шулай һуң, көҙ ҙә өлгөрәме ул?
— Өлгөрә, был бит “ремонтантный” сертификатлы “Марвилла” сортлы ҡурай еләге. Ул июнь-июль айҙарында тәүге уңыш бирҙе, ә икенсеһе сентябрь-октябргә тура килә. Шуға күрә әле ҡурай еләгенең уңыш биреүенә аптырарға түгел. Беҙ һыу һибәбеҙ һәм ауырыуҙарҙан һаҡлайбыҙ. Бер химик матдә лә ҡулланмайбыҙ.
— Экологик яҡтан таҙа тиһегеҙ, аңлашыла. Шулай ҙа, көҙ уңыш йыйыу һуң кеүек...
— Был ҡыуаҡ йәйен элекке, йәғни былтырғы ботаҡтарында емеш бирһә, көҙөн яңы үҫеп сыҡҡандарында емеш биреүе тәбиғи хәл. Быйыл йәй һуңлап килгәнен барыбыҙ ҙа һиҙҙек. Шуға барыһы ла урынлы.
— Ҡурай еләге емешен һатыу буйынса аңлашыла. Ә баҡса елеге (Италиянан ҡайтарылған) үҫентеләрен һатҡан кеүек ҡурай еләген дә һатырға уйламайһығыҙмы?
— Эйе, иҫәп бар, ләкин уңыш биргән мәлдә үҫемлекте ҡуҙғатырға ярамай. Ул да “стресс кисерә”. Мәҫәлән, хужабикә шау сәскәлә ултырған гөлдө өҙөп кешегә бирергә ашыҡмай бит, шуның кеүек.
— Ҡурай еләге үҫентеләрен дә арттырырға уйлайһығыҙмы? Ҡайһы ваҡытҡа планлаштыраһығыҙ?
— Әйткәндәй, был ҡурай еләге лә сит илдеке, ул Американан ҡайтарылған. Үҫентеләрен 11 октябрҙә, Башҡортостан суверенитеты көнөндә, көҙгө муллыҡ йәрминкәһендә һатырға иҫәп тотабыҙ.
— Американан ҡайтарылыуы ҡыҙыҡлы мәғлүмәт, ул беҙҙең шарттарҙа һынатмаҫмы?
— Ситтән килгәндәрҙән, белмәгәнде алыу бер хәл. Ә беҙ үҙебеҙ үҫтереп, уңыш алған ҡурай еләген һатыуыбыҙ — ышаныслы. Сөнки беҙ үҙебеҙҙең шарттарҙа үҫтерелгәнде, һыналғанды һатыуға сығарабыҙ. Ғәҙел сауҙа алып барыла. Сифаттары һыналған, күҙәтелеп билдәләнгән. Был сорт бик яҡшы. Уны алған кеше отолмай. Тулы көсөнә өсөнсө йылда мул уңыш бирә. Октябрҙә ағас ултыртыу иң ҡулай ваҡыт. Яҙын ул тамыр алып үҫеп китәсәк.
— Рәхмәт, эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын.
Хәләл көс һалып эшләгән һәр уңғанға шундай теләктә ҡалабыҙ.
Рима Вәлиева.
Балтас районы.