Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
27 Сентября 2022, 10:35

Кескәйҙәргә наҙ өләшеүселәр

Ошо көндәрҙә кескәйҙәргә бар йөрәк йылыһын өләшкән, эшен оло яуаплылыҡ менән башҡарған тәрбиәселәр һөнәри байрамдарын билдәләй. Ҡайһы берәүҙәр был һөнәрҙе еңел тип күҙ алдына килтерәлер. Ысынында иһә, уның ниндәй ауыр һәм яуаплы икәнлеген, күпме сабырлыҡ һәм көс талап иткәнен тәрбиәселәр үҙҙәре генә

Кескәйҙәргә наҙ өләшеүселәрКескәйҙәргә наҙ өләшеүселәр
Кескәйҙәргә наҙ өләшеүселәр

Балтас район үҙәгенең “Миләшкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәселәре — Ирина Харисоваға, Гөлназ Шәйнуроваға һәм Лилиә Ғизетдиноваға нәҡ ошо күркәм сифаттар хас. Улар үҙ эшмәкәрлегендә балаларҙы тәрбиәләү һәм уҡытыу буйынса заманса яңы технологиялар ҡуллана, сабыйҙар күңеленә изгелек, яҡшылыҡ орлоҡтары сәсә, төркөмдәрҙә уңайлы шарттар тыуҙырырға тырыша. Тәрбиәсе – ул ата-әсә эштә саҡта балаларҙы ҡарап тороусы ғына түгел, ә сабыйҙы үҫтереүсе, тирә-яҡ мөхиткә, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләүсе, аҡылын камиллаштырыусы, тәртипкә өйрәтеүсе, йәки бәләкәсте шәхес итеп формалаштырыусы кеше.

Гөлназ Шәйнурова бына өс тиҫтә йылға яҡын был һөнәрҙе яратып һәм оло яуаплылыҡ менән башҡара.
— Гөлназ Фидәрит ҡыҙы балалар, ата-әсәләр, хеҙмәттәштәре менән һәр саҡ уртаҡ тел таба. Ниндәй һорау менән мөрәжәғәт итһәң дә, иғтибар менән тыңлай, төплө кәңәштәрен бирә, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, — ти уның турала хеҙмәттәштәре.
Тәрбиәсе балаларҙың ижади һәләтен үҫтереүгә ҙур иғтибар бирә, уларҙы бер-береһенә ярҙам итергә, дуҫ-татыу булырға өйрәтә. Ул фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн район мәғариф бүлегенең Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
Ирина Харисова ла ижади эшләүсе тәрбиәсе. Ул район, республика һәм Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәренең район семинарҙарында сығыш яһай, даими рәүештә үҙенең һөнәри оҫталығын байыта.
— Тәрбиәсе һөнәре — бала саҡ илендә, әкиәттәр, фантазия донъяһында булыу мөмкинлеге лә. Балаларҙың һиңә төбәлгән эскерһеҙ, асыҡ ҡарашынан, һинең әйткән һәр һүҙҙе йотлоғоп тыңлауынан, ышаныуынан был һөнәрҙең төп асылын аңлайһың. Беҙ һәр ваҡыт белемебеҙҙе байытырға, мәҙәниәтле, бай рухлы булырға тейешбеҙ, сөнки балаларҙы яңы тормош менән таныштырыусыбыҙ бит, — ти һөнәренә бар күңел йылыһын һалыусы тәжрибәле тәрбиәсе.
Лилиә Ғизетдинова ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә эшләй, улар араһында оло абруй яулаған, балаларҙы ихлас яратҡан тәрбиәсе.
— Минең уйымса, тәрбиәсенең дә табиптыҡы кеүек төп ҡағиҙәһе булырға тейеш: “Зыян итмә!” Сөнки балаларҙың күңеле йомшаҡ. Уға һаҡһыҙ ҡағылып, ышанысты юғалтырға ярамай. Сабыйҙар ололарҙың һүҙҙәрен һәм ҡылыҡтарын хәтерендә ҡалдыра һәм ҡабатлай, — ти Лилиә Рәшит ҡыҙы.
Лилиә Ғизетдинова райондың мәҙәни тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Был уңайҙан һәләтле тәрбиәсе бик күп Рәхмәт хаттары, Почет грамоталары менән бүләкләнгән.

 


Фирғәт Нәбиуллин.

Кескәйҙәргә наҙ өләшеүселәр
Кескәйҙәргә наҙ өләшеүселәр
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас