Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Сентябрь 2022, 10:45

Тормоштан һәм эшенән йәм таба

Ижади эшләүсе уҡытыусы тураһында сайтыбыҙға инеп уҡығыҙ.

Тормоштан һәм эшенән йәм таба
Тормоштан һәм эшенән йәм таба

Бөрө районының Калинники ауылынан 58 йәшлек Минзилә Шәйхинурова һәр саҡ хәрәкәттә, матурлыҡҡа ғашиҡ гүзәл зат. “Мин ҡартайырға ашыҡмайым әле”, — ти ул.

Минзилә Мирхәтим ҡыҙы менән уларҙың көҙҙөң һәм йәйҙең бар матурлығын йыйған баҡсаларында осраштыҡ. Ҙур булмаған майҙанда 50-гә яҡын төр сәскә үҫә һәм күҙҙәрҙе ҡамаштыра. Георгиндарҙың ғына 17 төрө бар. Ләкин хужабикәнең иң яратҡандары — ромашкалар һәм иристар.

Бындаға матурлыҡҡа күрше-тирә лә, ауылдаштар ҙа һоҡлана. Минзилә Мирхәтим ҡыҙы гөл үрсетмәләре һәм бүлбеләре менән дә бүлешә. Баҡсала ағастар емештәренән һығылып ултыра. Ихатала һыйырҙар, һарыҡтар, тауыҡтар күренә...

Сығышы менән Шаран районынан булған Минзилә Шәйхинурова Калинники ауылында 25 йыл йәшәй. Бирегә балалары бәләкәй саҡта килеп төпләнәләр. Тормош иптәшенә урындағы хужалыҡта баш агроном вазифаһын тәҡдим итәләр. Уңған ғаилә бирелгән торлаҡты төҙөкләндереп инә һәм хәҙер үҙҙәрен ысын ауыл кешеһе тип һанай.

Минзилә Мирхәтим ҡыҙы Бөрө педагогия институтын тамамлай һәм урындағы мәктәптә башланғыс кластарҙы уҡыта башлай. 2005 йылда уҡыу программаһына башҡорт теле индерелә, һәм  тырыш уҡытыусы ошо көндөн башлап туған телдән балаларға  белем бирә.

Күп йылдар хеҙмәт иткән өсөн хаҡлы ялда булһа ла, Минзилә Мирхәтим ҡыҙы яратҡан эшен дауам итә.

Минзилә Мирхәтим ҡыҙы Шәйхинурова тураһында тулыраҡ “Йәнтөйәк” гәзитенең 28 сентябрҙә донъя күрәсәк 18-се һанында  уҡый алаһығыҙ.

Ольга Платонова.

Степан Чиглинцев фотоһы.

Тормоштан һәм эшенән йәм таба
Тормоштан һәм эшенән йәм таба
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас в