Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
15 Сентябрь 2022, 05:27

Ҡышлауйылға эргәһендәге майҙан гөрләп тора

Тулыраҡ:

Ҡышлауйылға эргәһендәге майҙан  гөрләп тораҠышлауйылға эргәһендәге майҙан  гөрләп тора
Ҡышлауйылға эргәһендәге майҙан гөрләп тора

Бөгөн Асҡын районы Ҡышлауйылға ауылы эргәһендәге майҙан гөрләп тора. Бында Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөн уңайынан республика семинар-кәңәшмәһе уҙа. Асҡынға республикабыҙҙың төрлө райондарынан урмансылар йыйылды.
Бирелә “Иң оҫта урман киҫеүсе” бәйгеһе уҙа.
Эргәлә генә “Асҡын урман сәнәғәтселәре” коммерцияға ҡарамаған партнерлығы, Асҡын урман хужалығы, Асҡын тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы ойошторған урман хужалығы техникаһы һәм урман әҙерләү ҡорамалары, урман үҫтереү кәрәк-яраҡтары, ағастан эшләнгән йорт йыһаздары күргәҙмәһе эшләй.
Районыбыҙҙың тәжрибәле умартасылары, район, республика, Бөтә Рәсәй кимәлендәге конкурстар еңеүсеһе, умартасылар династияһын дауам итеүсе Мулләхмәтовтар ғаиләһе үҙҙәренең умартасылығында етештерелгән тәмле балды ла һатыуға сығарҙы.
Ҡыҫҡаһы, Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан ойошторолған республика сараһы гөрләп тора. Көн дә, урмансыларҙы сәләмләгәндәй, аяҙ, ҡояшлы, йылы.


Наилә Имаева.

Ҡышлауйылға эргәһендәге майҙан  гөрләп тора
Ҡышлауйылға эргәһендәге майҙан  гөрләп тора
Ҡышлауйылға эргәһендәге майҙан  гөрләп тора
Ҡышлауйылға эргәһендәге майҙан  гөрләп тора
Ҡышлауйылға эргәһендәге майҙан  гөрләп тора
Ҡышлауйылға эргәһендәге майҙан  гөрләп тора
Ҡышлауйылға эргәһендәге майҙан гөрләп тора
Автор:
Читайте нас