

Рәсәйҙә мәктәп туризмын дәүләт кимәлендә үҫтереү буйынса махсус программа эшләй. Унда ҡатнашыусы тәүге 18 төбәк араһында Башҡортостан да бар. Беҙҙә "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы" милли проекты буйынса тормошҡа ашырыла. Республика буйлап ике көнлөк сәйәхәттәр V -IX синыф уҡыусылары өсөн ойошторола. Бының өсөн федераль ҡаҙнанан - 55,5 миллион, республика ҡаҙнаһынан 22,2 миллион һум аҡса бүленгән. Шулай итеп, сәйәхәттәр балалар өсөн бушлай. Бында йәшәү, ҡайнар аш менән туҡланыу, юл сығымдары, экскурсия, страховка инә.
Нуриман, Благовещен, Миәкә, Салауат райондарына сәйәхәттәр ойошторолдо ла инде. Уҡыусыларға бик оҡшаған.
Сәйәхәт өсөн төркөмдәрҙе мәктәп менән район мәғариф бүлеге әҙерләй. Һорауҙарығыҙ булһа, 8 (347)218 17 20 телефоны буйынса республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығына шылтыратырға мөмкин.
Фото: https://vk.com.