

Гүзәл һәм Александр Емельяновтар уларға әле эшләп килгән уйын бүлмәһен,төҙөлөп ятҡан ике ҡатлы кафе һәм ял мөйөшө бинаһын күрһәтте.
Гүзәл Рәмил ҡыҙы үҙенең идеяһы менән 2020 йылда “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә таныштырған булған. Шул ваҡыттан һуң ул Мәшғүллек үҙәге буйынса үҙ эшеңде асыуға, старт-ап һәм йыһаздар һатып алыу йүнәлеше буйынса район, шулай уҡ республика программаларында ҡатнаша.
Эшҡыуарҙарҙың планында — шундай уҡ дүрт өй һәм ҙур банкет залы булған кафе төҙөү, биләмәне төҙөкләндереү, пейнтбол уйнау өсөн майҙансыҡ асыу.
Илһөйәр Махатова.