Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
12 Сентябрь 2022, 07:45

Яңы һайланған депутатҡа уңыштар теләйбеҙ!

Районда 5-се бер мандатлы һайлау округы буйынса өҫтәмә һайлау үтте. Унда Ҡышлауйылға, Яңы Ҡаҙансы, Баҙансат һәм Иҫке Мутабаш ауылдары ҡатнашты.

Яңы һайланған депутатҡа уңыштар теләйбеҙ!Яңы һайланған депутатҡа уңыштар теләйбеҙ!
Яңы һайланған депутатҡа уңыштар теләйбеҙ!

Дүрт һайлау участкаһы буйынса 1058 теркәлгән кешенең 838-е үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне. Район Советы депутаты урынына өс кеше — Өфөнән Светлана Абдуллина, Асҡындан Илшат Сәмиғуллин һәм Яңы Ҡаҙансынан Рида Заманова  дәғүә итте. 

Өҫтәмә һайлау район Советы депутатының үҙенең вәкәләттәрен ваҡытынан алда һалыуына бәйле үткәрелде.

5-се бер мандатлы һайлау округы буйынса иң күп тауышты  “Асҡын йыйылыҡ селтәрҙәре” муниципаль унитар предприятиеһы директоры Илшат Сәмиғуллин йыйҙы. Илшат Фәнзәл улына уңыштар һәм һайлаусыларҙың ышанысын аҡлауын теләйбеҙ!

Илһөйәр Махатова.

Яңы һайланған депутатҡа уңыштар теләйбеҙ!
Яңы һайланған депутатҡа уңыштар теләйбеҙ!
Яңы һайланған депутатҡа уңыштар теләйбеҙ!
Яңы һайланған депутатҡа уңыштар теләйбеҙ!
Яңы һайланған депутатҡа уңыштар теләйбеҙ!
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас