

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышында республиканың мәктәп һәм белем биреү учреждениелары уҡыусылары араһында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған иншалар конкурсы еңеүселәре бүләкләнде.
Проекттың идеяһы «Республика Башкортостан» гәзите редакцияһында барлыҡҡа килгән. Журналистарҙы Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы, Илеш районы хакимиәте, ДОСААФ-тың төбәк бүлексәһе хупланы. Ай ярым эсендә өс номинация буйынса 239 кеше үҙенең эшен ебәргән, жюри шуларҙан 10 еңеүсене һайлап алған.
Еңеүселәрҙе һәм уларҙың уҡытыусыларын Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев шәхсән үҙе ҡотланы.
Балтас районы Көндәшле ауылы урта белем биреү мәктәбе уҡыусыһы Азалия Факиева башҡа конкурсанттар менән бер рәттән иң яҡшы әҫәрҙәр авторы тип танылды. Азалияға Рәхмәт хаты, диплом һәм иҫтәлекле бүләк тапшырылды. Бынан тыш, остазы — Розалия Рафиҡованың да тос өлөшө билдәләп үтелде.
Гөлназ Ғәлләмова.