

Тыуған яҡты өйрәнеүсе, шағир, тарихсы, райондың Ғаян Лоҡманов исемендәге премия лауреаты, Башҡортостандың “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалын лайыҡлы йөрөтөүсе, Ҡариҙел районының хөрмәтле йәмәғәт эшмәкәре Сафин Фидаил Әбелғаян улын районыбыҙҙа ғына түгел, унан ситтә лә яҡшы беләләр.
Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлап, оҙаҡ йылдар балаларға белем һәм тәрбиә биргән Фидаил Әбелғаян улы бөгөн үҙенең 60 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй! Күренекле райондашыбыҙҙы ғүмер байрамы менән ысын күңелдән тәбрикләйбеҙ, ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, ижад ҡомарының һүрелмәүен теләйбеҙ! Уның тураһында мәҡәлә менән гәзитебеҙҙең киләһе һанында танышырһығыҙ, “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” мәҡәленең асылы тап Фидаил Әбелғаян улы хаҡында икәненә инанырһығыҙ!
Гөлнара Солтанова.