Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
3 Сентябрь 2022, 03:00

Сентябрь ниндәй буласаҡ?

Һуңғы йылдарҙа көҙҙөң тәүге айы августан әллә ни айырылманы, буғай. Күҙәтеүҙәр шуны күрһәтә. Һәр хәлдә сентябрь башы август аҙағы кеүек булды. Ә быйыл нисегерәк фаразлана? Шуныһы билдәле: сюрприздар күп.

Сентябрь ниндәй буласаҡ?Сентябрь ниндәй буласаҡ?
Сентябрь ниндәй буласаҡ?

Эйе, барыһы ла икенсе төрлө. Синоптиктар күҙаллауынса, быйылғы сентябрь ғәләмәт буласаҡ.

Ошо көндәрҙә үк температура ҡапыл ғына түбәнәйә. Ямғыр ҙа, хатта ҡар ҙа яуыуы ихтимал. Бигерәк тә Мәскәүҙә яуым-төшөм көслө фаразлана. Баш ҡалаға яҡын төбәктәр ҙә бик рәхәтләнә алмаҫ, Питерҙа ла шул уҡ хәл.

Себерҙә ҡар яуасаҡ. Уралдың төньяғына ла ҡыш иртәрәк килеүе ихтимал. Көньяғында ҡар яумаһа ла, һалҡыны килер.

Әбейҙәр сыуағын көтмәгеҙ, булмаҫ, ахыры, ти метеорологтар. Ҡырым менән Кубань тирәһендә генә булмаһа. Хәйер, көньяҡта бәрхәт миҙгелде берәү ҙә ҡыуып ебәрергә ашыҡмай.

Беҙҙең Башҡортостанда иһә көҙ көҙсә: күптән көтөлгән ямғыр бер нисә көн яуасаҡ та, сентябрь урталарына +12 – +14 градус буласаҡ. Унан һуң тағы бер аҙ ямғыр фаразлана. Артыҡ өшөттөрмәҫ.

Автор:Алһыу Ишемғолова
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-09-01/sentyabr-nind-y-bulasa-2931214?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816
Сентябрь ниндәй буласаҡ?
Сентябрь ниндәй буласаҡ?
Автор:
Читайте нас