Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
30 Август 2022, 10:04

Тарихсы ғалимдар Өфө һәм Шишмә райондарында тикшеренеүҙәрҙә табылған артефакттарҙы күрһәтте

Археологтар ер аҫтында табылған әйберҙәр - керамика (шул иҫәптән Урта Азия һауыт-һабаһы ҡалдыҡтары), тимер аҡсалар, уҡ башаҡтары, урындағы оҫталар яһаған ювелир биҙәүестәр, мал тамғалау тавролары үҙҙәренең эйәләре тураһында барыһын да асып һала тип белдерә.

Тарихсы ғалимдар Өфө һәм Шишмә райондарында тикшеренеүҙәрҙә табылған артефакттарҙы күрһәттеТарихсы ғалимдар Өфө һәм Шишмә райондарында тикшеренеүҙәрҙә табылған артефакттарҙы күрһәтте
Тарихсы ғалимдар Өфө һәм Шишмә райондарында тикшеренеүҙәрҙә табылған артефакттарҙы күрһәтте

 БР Башлығы Радий Хәбиров үҙенең соцселтәр сәхифәһендә яҙып үтеүенсә, был артефакттар тиҙҙән күсмә цивилизациялар Евразия музейында тупланасаҡ. Уны Шишмә районында Турахан кәшәнәһе янында төҙөү ниәтләнә.

- Музей комплексына ҡыҙыҡлы әйберҙәр генә йыйылмаясаҡ. Беҙ Евразия материгына мөһим булған тарих арауығын өйрәнеү буйынса етди ғилми-тикшеренеү үҙәген булдырырға теләйбеҙ.  Комплексҡа килеүселәр күсмә халыҡтарҙың ҡула быуаттан алып Башҡортостандың үҙ ирке менән рус дәүләтенә ҡушылғанға тиклем юлын күҙәтә аласаҡ. Ә кәшәнә иһә унда төп бина буласаҡ, - ти төбәк етәксеһе.

Автор:Айбулат Ишназаров
Тарихсы ғалимдар Өфө һәм Шишмә райондарында тикшеренеүҙәрҙә табылған артефакттарҙы күрһәтте
Тарихсы ғалимдар Өфө һәм Шишмә райондарында тикшеренеүҙәрҙә табылған артефакттарҙы күрһәтте
Автор:
Читайте нас