Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
29 Август 2022, 09:37

Бөгөн Радий Хәбиров "Башавтотранс"ҡа 37 яңы НефАЗ автобусын тапшырҙы

Яңы йәмәғәт транспорты баш ҡаланың Затон, Дим, Сипайлово һәм Инорс биҫтәләре маршруттарына сығасаҡ.

Бөгөн Радий Хәбиров "Башавтотранс"ҡа 37 яңы НефАЗ автобусын тапшырҙыБөгөн Радий Хәбиров "Башавтотранс"ҡа 37 яңы НефАЗ автобусын тапшырҙы
Бөгөн Радий Хәбиров "Башавтотранс"ҡа 37 яңы НефАЗ автобусын тапшырҙы

Был зур класлы автобустар газ яғыулығында йөрөй. Улар ҡулайлы мөхиткә яраҡлашҡан, физик мөмкинлектәре сикле граждандарҙы ташый ала. Эстә электрон табло, водитель тахографы, кондиционер һәм телефон зарядлау өсөн USB розеткалары бар. 

"Автопаркты яңыртыуҙы бының менән туҡтатмайбыҙ. НефАЗ етештергән 33 автобус сентябрь айында ҡайтарыласаҡ. Бынан тыш, республика РФ Транспорт министрлығында һайлап алыуҙа үтте һәм "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты аша федераль бюджеттан автобустар һатып алыу өсөн субсидия алыуға өлгәште. Уның буйынса 35 дана машинаны 2023 йылдың тәүге кварталында көтәбеҙ", - тип белдергән төбәк етәксеһе соцселтәрҙәрҙә. 

Радий Хәбиров автобустарҙың береһенә ултырып ҡараған һәм водителдәргә БР Башлығының Рәхмәт хаттарын тапшырып, хәл-әхүәлдәрен һорашҡан.

Автор:Айбулат Ишназаров
Бөгөн Радий Хәбиров "Башавтотранс"ҡа 37 яңы НефАЗ автобусын тапшырҙы
Бөгөн Радий Хәбиров "Башавтотранс"ҡа 37 яңы НефАЗ автобусын тапшырҙы
Автор:
Читайте нас