Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
26 Август 2022, 10:50

Балалар һөнәри йүнәлеш алды

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Балалар һөнәри йүнәлеш алдыБалалар һөнәри йүнәлеш алды
Балалар һөнәри йүнәлеш алды

Туймазы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә Туймазы ҡалаһында “Графикалы дизайн”, “Ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлектәге һәм социаль өлкәләге проекттар менеджеры” һәм “Ғәмәли программалау өлкәһендә дизайн” программалары буйынса быйыл йәй һуңғы Каникулда һөнәри йүнәлеш биреү мәктәбе эшләй. Программала VII – XI класс уҡыусылары ҡатнашты. Улар һәләтле балалар һәм тормошта ауыр хәлдә ҡалған балалар (Донецк Халыҡ Республикаһынан килгәндәр) категорияһына инә.

Тәүге көндә һөнәри әҙерлек, ҡайтанан әҙерлек һәм белемде камиллаштырыу бүлеге мөдире Ольга Сафонова балаларға сувенир продукцияһы һәм брендлы футболкалар таратты, хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инструктаж үткәрҙе, Каникулда һөнәри йүнәлеш биреү мәктәбе проекты тураһында һөйләне һәм балаларҙы мәктәп программаһы менән таныштырҙы. Унан һуң оҫтаханалар буйлап экскурсия ойошторолдо, колледж уҡытыусылары Лилиә Бикташева һәм Елена Рушманова оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.

Алда балаларҙы ПрофРФ мәғлүмәт-ағартыу порталында тест үтеү, төрлө һөнәр вәкилдәре менән осрашыуҙар, төрлө дәрестәр, күнекмәләр көтә.

Мәғлүм булыуынса, “Каникулда һөнәри йүнәлеш биреү мәктәптәре” проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Һәр баланың уңышы” федераль проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

 

Фото: tuimazy.bashkortostan.ru/presscenter/news/477822/

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/304903

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Балалар һөнәри йүнәлеш алды
Балалар һөнәри йүнәлеш алды
Автор:
Читайте нас