Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
15 Август 2022, 06:00

Өйөгөҙҙө төтәҫләп алығыҙ - юлығыҙ асылыр

Мөжәүир хәҙрәт тап шулай эшләргә кәңәш иткән. Өс төрлө үлән алырға ҡушҡан ул.

Өйөгөҙҙө төтәҫләп алығыҙ - юлығыҙ асылырӨйөгөҙҙө төтәҫләп алығыҙ - юлығыҙ асылыр
Өйөгөҙҙө төтәҫләп алығыҙ - юлығыҙ асылыр

"Өйөгөҙҙө лә, үҙегеҙҙе лә төтәҫләгеҙ!" - ти әүлиәләр тураһындағы әҫәрҙәре менән билдәле Лира Яҡшыбаева.

"Мөжәүир хәҙрәт төрлө сирҙән, сихыр, боҙом, ҡара уй, һоҡ, күҙ тейеү, тел-тештән өй эсен төтәҫләп таҙалау өсөн боланут үләнен, уға мәтрүшкә һәм артыш ҡушып, ҡулланырға кәңәш биргән. Төтәҫләр алдынан башта тәһәрәтләнегеҙ, доғалар уҡығыҙ. Еләҫ ерҙә киптерелгән артыш (можжевельник ), мәтрүшкә, боланут (хәҙрәт үләнен, иван-чай) самалап алығыҙ. Шунан үләндәрҙе бер-бер артлы һауытҡа һалып, ут ҡабыҙығыҙ. Иң беренсе артыш, мәтрүшкә, артабан боланут үләнен яндырығыҙ, аҙаҡ төтөнө менән өйҙө төтәҫләгеҙ.

Ишектең һул яғынан башлағыҙ, сәғәт теле йөрөүе буйынса барығыҙ. Мөйөштө аҫтан өҫкә ҡарай төтәҫләгеҙ. Үлән ҡайһы ерҙә шытырҙап яна, шул ерҙә төтөнлө һауытты оҙағыраҡ тоторға кәрәк.

Изге әүлиәбеҙ ошолай итеп йылына бер нисә тапҡыр өйҙө таҙалап торорға өйрәткән. Өйҙө һәм үҙегеҙҙе ошо рәүешле төтәҫләгәндән һуң, тормошоғоҙ ыңғайланыр, сәләмәтлегегеҙ арыуланып, үҙ-ара мөнәсәбәттәр яҡшырыр, юлдарығыҙ асылыр", - тип яҙған ул "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге сәхифәһендә.

Фото: par-torg.com

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-08-15/y-g-t-t-l-p-aly-y-yuly-y-asylyr-2909180
Өйөгөҙҙө төтәҫләп алығыҙ - юлығыҙ асылыр
Өйөгөҙҙө төтәҫләп алығыҙ - юлығыҙ асылыр
Автор:
Читайте нас