

Мәғдән Ғиләжев — Асау ауылы егете. Штәнде урта мәктәбен тамамлағас, Пермь ҡалаһындағы төҙөлөш техникумында һөнәри белем ала. Тыуған ил алдындағы хәрби бурысын Мәскәү янында үтәй, Ворошилов исемендәге юғары сик буйы училищеһында уҡыу процесын хеҙмәтләндереүҙә ҡатнаша.
Мәғдән Әҙиәтулла улы хеҙмәт юлын Тәтешле кирбес заводында башлай. Әммә өс ай ҙа үтмәй, тыуған районына эшкә ҡайта. Урындағы төҙөлөш ойошмаһында — колхоз-ара күсмә механикалаштырылған колоннала — ике йыл инженер, артабан 18 йыл мастер-төҙөүсе булып тырыш хеҙмәтен һала. Объект арты объект төҙөй механикалаштырылған колонна коллективы, уларҙы ваҡытында файҙаланыуға тапшыра, бер көн дә эшһеҙ тормай.
Төҙөлөштө ҡыҙыу тотҡан, объекттарҙы тапшырыу, асыу тантаналарына мөхтәрәм ҡунаҡтар килгән үтә лә яуаплы ваҡыттар күп була. Колонна коллективы лайыҡлы сыға был һынауҙарҙан. Әйтәйек, Иҫке Балтас 2-се, Иванай урта мәктәптәре биналарын асҡанда — Башҡортостан Президенты М. Рәхимов, ә хирургия корпусын тапшырғанда Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министры М. Зурабов килгән тулҡынландырғыс миҙгелдәрҙе район халҡы яҡшы хәтерләй. Был минуттар яҡты иҫтәлек булып район тарихына инеп ҡалды. Ә Мәғдән Ғиләжев һәм уның хеҙмәттәштәре төҙөгән биналар бөгөн район халҡына лайыҡлы хеҙмәт итә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быуат башындағы йәмғиәттәге үҙгәреш елдәре райондың төҙөлөш ойошмаһын да ситләп үтмәй. Ләкин бөтә булмышы менән төҙөлөш эшенә бирелгән Мәғдән Әҙиәтулла улы яратҡан һөнәренән айырылмай.
Кирбес заводын төҙөгәс, бирелә мастер булып ҡала, биш йыл хеҙмәт һалып, лайыҡлы ялға сыға.
Рәсәй Федерацияһының хеҙмәт ветераны ул, Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.Тәрән белеме, һөнәри оҫталығы, уңғанлығы уға өйҙә тыныс ҡына ултырырға ирек бирмәй. 2016 йылдан Мәғдән Ғиләжев “Мичуринский” дуңғыҙсылыҡ комплексына эшкә килә. Уның ҡул аҫтында — ике тиҫтәгә яҡын төҙөүсенән торған бригада. Бирелә эш етерлек, сөнки производство процесы өҙөлмәй һәм уңышлы алып барыла. Бригада корпустарҙың түбәләрен, иҙәнен алмаштырған, иҙәнде бетондан йәйгән. Складҡа төкәтмә төҙөгән. Төҙөүселәрҙең уңғанлығы менән тағын ике ашлыҡ склады ҡалҡып сыҡҡан. Әлеге ваҡытта ашлыҡ киптергес бина төҙөү менән мәшғүл Мәғдән Әҙиәтулла улы етәкләгән коллектив. Ҡышын эш күләме кәмей, төҙөүселәр вахта ысулына күсә, ләкин туҡталып тормай.
“Мәғдән Әҙиәтулла улы менән эшләүе бик еңел. Төҙөлөш өлкәһенең бөтөн нескәлектәренә күптән төшөнгән, компетентлы белгес. Ул етәкләгән коллектив ҡуйылған бурысты ҡатлаулы тип тормай, берҙәм һәм татыу тотона, эште иң ваҡ, әммә мөһим урындарына ҡәҙәр еренә еткереп ваҡытында башҡара. Был, әлбиттә, мастер Мәғдән Ғиләжевтың етәксе булараҡ төҙөүселәр араһында эш фронтын дөрөҫ билдәләүенән, улар араһында абруйы ныҡ булыуҙан, коллективты туплай белеүенән һәм һөнәри оҫталығынан тора”, — ти комплекстың башҡарма директоры Рифҡәт Тимерғәлиев.
Мәғдән Ғиләжевтың ғаиләһе лә үрнәкле. Тормош иптәше Зәниә Нурихан ҡыҙы менән ике ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Мансур — Өфөлә “Башнефть” йәмғиәтендә, Марсель Дүртөйлө ҡалаһында прокуратурала эшләй.
Зәниә Ғиләжева дүрт тиҫтә йыл ғүмерен район китапхана селтәренә бағышланы. Комплектация бүлеге мөдире булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан хеҙмәт ветераны ул. Иҫке Балтас ауылының иң матур урамдарының береһендә, үҙ ҡулдары менән тергеҙгән йортта мул емешле ағастар, гөлдәр тулы баҡса тәрбиәләп матур көн күрә Ғиләжевтар. Башҡарған эштәре лә, әйткән һүҙҙәре-фекерҙәре лә, киләсәккә ҡорған пландары ла күркәм.
Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Балтас районы.