Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
10 Август 2022, 09:13

Райондың иҡтисади үҫеше өсөн

Балтас районында иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын үҫтереү проекты Өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерелде. 

Райондың иҡтисади үҫеше өсөнРайондың иҡтисади үҫеше өсөн
Райондың иҡтисади үҫеше өсөн

. Был турала БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов хәбәр итте.

«Мичуринский» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте уның инвесторы булып сығыш яһай. Инвестицияларҙың план күләме - 240,2 миллион һумдан ашыу. Сусҡасылыҡ комплексының һөҙөмтәлелеген һәм рентабеллеген арттырыу өсөн 10 мең гектар майҙанда үҙ мал аҙығы базаһын булдырыу һәм йыл һайын 25 мең тоннаға тиклем иген менән тәьмин итеү күҙаллана. Проектты 2022-2023 йылдарҙа тормошҡа ашыралар. 50 эш урыны булдырыу күҙаллана.

- Проект республиканың социаль-иҡтисади үҫеш өҫтөнлөктәренә тап килә. Уны тормошҡа ашырыу йыл һайын һалым керемдәре күләмен арттырыуҙы һәм өҫтәмә эш урындары булдырыуҙы тәьмин итәсәк,  райондың социаль-иҡтисади үҫешенә өлөш индерәсәк , - тине Рөстәм Моратов.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-08-10/rayondy-i-tisadi-eshe-s-n-2904383

Райондың иҡтисади үҫеше өсөн
Райондың иҡтисади үҫеше өсөн
Автор:
Читайте нас