

Белгестәр әйтеүенсә, йәшел ҡуҙаҡлылар – файҙалы микроэлементтар һәм витаминдар сығанағы. Уның организм өсөн бер ниндәй ҙә зарары юҡ, ти диетологтар. Айырыуса йәш борсаҡ антиоксидант матдәләргә бай, ә улар организмдағы төрлө ялҡынһыныу күрһәткестәрен кәметеүгә һәләтле. Ундағы аҡһым, аҙыҡ епсәләре, фолий кислотаһы, флавоноидтар ҡартайыу процесын аҡрынайта.
Шуныһы ҡыҙыҡ: ул таш быуатта ла билдәле үҫемлек иҫәпләнгән. Боронғо Грецияла ярлы халыҡ аҙығы һаналһа, бер быуат үткәс, Европа халҡы уны деликатес булараҡ ҡабул иткән, унан төрлө ризыҡтар әҙерләргә өйрәнгән. Беҙҙең илгә борсаҡ ХVIII быуатта ғына индерелә. Ә хәҙер Рәсәй – сортлы борсаҡ етештереүҙә алдынғы илдәрҙең береһе.
Аҡһым миҡдары буйынса был йәшелсәне хатта ит менән сағыштырырға мөмкин. Ә унда витаминдар ифрат күп: йәрәхәттәрҙе тиҙ уңалтыусы ретинол (А витамины), һөйәктәрҙе, тештәрҙе нығытҡан, күҙ күреүен яҡшыртҡан А-провитамины, иммунитетты нығытҡан, нервы системаһына яҡшы тәьҫир иткән, туҡымаларҙы ирекле радикалдарҙан һаҡлаған аскорбин кислотаһы, матдәләр алмашыуын яҡшыртҡан, күҙәнәктәрҙең ҡартайыуын аҡрынайтҡан В төркөмө витаминдары. Ул – бик һирәк микроэлементтар хазинаһы ла: йод, фтор, цинк, селен, никель, кобальт, молибден, хром, кремний, титан, ҡурғаш, цирконий... Тап ошо файҙалы микроэлементтар организмды энергия менән байытырға, физик көсөргәнеште еңелерәк үткәрергә, мейене нығыраҡ эшләтергә ярҙам итә. Бауыр, бөйөр, йөрәк сирҙәренә дусар кешеләр өсөн ул бик файҙалы, организмдағы артыҡ шыйыҡлыҡты ҡыуып сығарыу һәләтенә эйә. Калий йөрәк мускулы эшмәкәрлегенә ярҙам итә, магний һәм кальций менән бергә артериаль ҡан баҫымын көйләй.
Борсаҡты даими ҡулланыу майҙар алмашыныуын яҡшырта һәм майҙың бауырҙа тупланыуын кәметә, ҡанда зарарлы холестерин барлыҡҡа килеүенә кәртә булып тора. Үҙәк көйөүенән яфаланған кешеләргә лә йәшелсә ярҙам итә.
Унда епсәләрҙең күп тупланыуы арҡаһында эсте таштырыу үҙенсәлеге булыуы ла билдәле, шуға күрә ауырлы ҡатындарға борсаҡты ҡулланырға ярамай, ти белгестәр.
Динә АРЫҪЛАНОВА
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2022-07-22/an-a-u-ma-an-bulaby-2883028