Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
21 Июль 2022, 13:00

“iВолга” йәштәр форумы нимәһе менән ҡыҙыҡлы?

Бөгөн Һамар өлкәһендә ошо үҙенсәлекле йыйын башлана.

“iВолга” йәштәр форумы нимәһе менән ҡыҙыҡлы?“iВолга” йәштәр форумы нимәһе менән ҡыҙыҡлы?
“iВолга” йәштәр форумы нимәһе менән ҡыҙыҡлы?

Бөгөн Һамар өлкәһендә быйылғы йәйҙә йәштәргә тәғәйенләнгән төп сараларҙың береһе — Волга буйы федераль округының "iВолга" йәштәр форумы башлана. Унда Башҡортостан вәкилдәре лә бара. Өлкәнең брендына әйләнгән форумдың сағыу саралары ғәжәп матур тәбиғәт ҡосағында үтә.

Һамар өлкәһенең мәғариф һәм фән министры урынбаҫары – Йәштәр эштәре буйынса департамент етәксеһе Сергей Бурцев:

– “iВолга” илдә иң популяр форумдарҙың береһенә әйләнде. Унда ҡатнашырға теләгәндәр һаны буйынса үҙ рекордыбыҙҙы ла уҙып китәбеҙ: 20 меңдән ашыу ғариза бирелгән, шуларҙың 1900-ө һайлап алыу турын үтеп, форумда ҡатнашыу хоҡуғын яулаған. Онлайн тәртиптәгеһенә инде теләгән һәр кем ҡушыла ала, – тип билдәләй.

“iВолга”ның директоры Кристина Гнатюк билдәләүенсә, белем биреү программаһы бик бай һәм ҡыҙыҡлы, ул быға тиклем туғыҙ йыл эшләү дәүерендәге иң яҡшы өлгөләргә таянып ойошторола.

Ҡатнашыусыларҙы дүрт  уҡыу сессияһы, “йомшаҡ оҫталыҡ”ты (SoftSkills) үҫтереү курсы, практик йүнәлешле асыҡ (OpenSpace) майҙансыҡтары һәм ике грант конкурсы, бай мәҙәни-спорт программаһы көтә.

Юбилей форумында һигеҙ тематик смена эшләй: “Изгелек” миссияһы”, “Киләсәк менән идара ит”, “Йәшәү урыны”, “Халҡым”, “Ижади процесс”, “Эш менән бул”, “Балалар iВолгаһы”, “Практика” смена-лабораторияһы, шулай уҡ яңы махсус йүнәлеш – “Дәүләт йәштәр сәйәсәте”.

“Форумда ҡатнашырға теләгәндәрҙең күмәк үтенесен ҡәнәғәтләндереп, беҙ тәүге тапҡыр уның йәш арауығын киңәйттек. Айырым категориялар барлыҡҡа килде. “Балалар iВолгаһы”; бынан тыш, 50–65 йәшлек ҡатнашыусылар ҙа була. Волга буйы федераль округында "iВолга" – был йәште үҙ эсенә алған берҙән-бер форум”, – ти Кристина Гнатюк.

Форум – файҙалы ял һәм белем алыу ғына түгел, ә яңы мөмкинлектәр ҙә. Ҡатнашыусылар ике грант – округ һәм бөтә Рәсәй – конкурсында ярыша ала. Икеһендә лә ҡатнашырға ла була, әммә был осраҡта төрлө проекттар тәҡдим итергә кәрәк. Һәр конкурста иң ҙур грант күләме билдәләнгән. Әйтәйек, округтыҡы өсөн был сумма 500 мең һумға торош итһә, бөтә Рәсәйҙеке – 1 миллион 500 мең һумға тиклем. Шул уҡ ваҡытта конкурста ҡатнашыусылар үҙ проекты буйынса эксперттарҙың кәңәштәрен тыңлау мөмкинлегенә лә эйә.

Тағы ла бер мөһим яңылыҡ – “Быуындар iВолгаһы” фестивале. Унда форумда ҡатнашыусынан алып эксперт кимәленәсә юл үткән тотош бер быуын вәкилдәре ҡатнаша. Уларҙың барыһының да үҙ уңыш тарихы бар: форумға килеп, проектын яҡлағандан алып әлеге көндә төрлө өлкәләрҙә карьераһын үҫтереүгә ҡәҙәр.

Фото: pfo.gov.ru

“iВолга” йәштәр форумы нимәһе менән ҡыҙыҡлы?
“iВолга” йәштәр форумы нимәһе менән ҡыҙыҡлы?
Автор:
Читайте нас