+30 °С
Болотло


Берәр килограмм помидор менән болгар боросо, ярты килограмм һарымһаҡ, бер ҡап (20 г) чили боросо, өс ҡалаҡ тоҙ, 100 г киптерелгән петрушка тамыры кәрәк.
Һарымһаҡты, помидорҙы һәм болгар боросон ит турағыстан үткәрергә. Массаға чили боросон ҡушырға, тоҙ, петрушка һалырға һәм бер тәүлеккә ултыртып торорға. Даими болғарға.
Һуңынан ҡоро, стерилләп, һыуытылған банкаларға һалырға. Һыуытҡыста һаҡларға.