Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
20 Июль 2022, 05:10

Торт бешереү оҫтаһы

Лима Солтанованың татлы ризыҡтарын Борайҙа ауыҙ итмәгән кеше һирәктер

Торт бешереү оҫтаһыТорт бешереү оҫтаһы
Торт бешереү оҫтаһы

Һәр байрам өҫтәленең төп биҙәге, ғәҙәттә, торт була. Уның әҙер булыуын һәр ваҡыт көтөп алабыҙ, ә һуңынан тәмле сифаттары һәм биҙәлеше тураһында фикер алышырға яратабыҙ. Сөнки татлы десерт балаларға ла, ололарға ла шатлыҡ һәм яҡшы кәйеф бүләк итә.  Магазиндарҙан йәки кафеларҙан һатып алырға мөмкин булған ошо татлы киҫәктәр өсөн беҙ кондитерҙарға рәхмәтле. Борай ауылында йәшәүсе Лима Солтанованың да тәмле торттарын районда бик күптәр ауыҙ иткән.
Лима Солтанова Борай район үҙәк дауаханаһында балалар поликлиникаһында регистратор булып эшләй. Тормош иптәше Ирек Тәлғәт улы менән дүрт балаға: Ләйсән, Алһыу, Әминә һәм Нурсолтанға ғүмер биргәндәр. 2015 йылда бәләкәсе менән декрет ялында булғанда оҫта ҡуллы гүзәл зат торт бешереү менән ҡыҙыҡһына башлай. Быға тиклем ырғаҡ менән вазалар бәйләгән була.
Солтановтарҙың оло ҡыҙы Ләйсән һөнәре буйынса ашнаҡсы-кондитер, Өфө ҡалаһында “Павлин” ресторанында эшләй. “Ҡыҙым ялға ҡайта ла, тәмле-тәмле торттар бешереп ашата беҙгә. Уның шулай ихлас, оҫта итеп бешергәнен ҡарап-ҡарап торҙом да, минең дә ҡулдан килеп сыҡмаҫмы икән, тип өйрәнеп ҡарарға булдым. Ошо көндән башлап торт бешереү минең яратҡан шөғөлөмә әйләнде. Тырышһаң, теләк булһа, бар нәмәне лә эшләп була икән. Хәҙер магазиндарҙа ла кәрәкле ингредиенттар бар, мәғлүмәт эҙләйем тиһәң, Интернет селтәрендә ниҙәр генә юҡ”, — тип һөйләй яратып башҡарған эше тураһында хәҙер инде ысын торт бешереү оҫтаһына әйләнгән Лима Харрас ҡыҙы.
Башҡа барлыҡ һөнәрҙәр кеүек үк кондитер эше лә яуаплы һәм ҡатлаулы. Бында эштең күп өлөшө ҡулдан башҡарыла, бөхтәлек, сабырлыҡ, тәм һәм еҫ һиҙеү, бай фантазия, ижади һәләт кеүек сыйфаттарға эйә булыу мотлаҡ. Татлы ризыҡ тәме менән генә түгел матур биҙәлеше менән дә үҙенә тартып торорға, заказ биреүсенең талаптарына тура килергә тейеш. Лима Харрас ҡыҙы быларҙың барыһын да иҫәпкә алып, клиенттарының теләген тулыһынса үтәргә тырыша.
Һәүәҫкәр кондитерҙың яратҡан шөғөлөн ғаилә ағзалары ла ҡеүәтләй һәм һәр яҡлап ярҙам итә. Икенсе ҡыҙҙары Алһыу әлеге көндә Һаҡлыҡ банкында эшләй. Әминә 3-сө, Нурсолтан 1-се класты тамамлаған.

Гөлназ Ханова.

Торт бешереү оҫтаһы
Торт бешереү оҫтаһы
Торт бешереү оҫтаһы
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас