Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
20 Июль 2022, 04:31

“Президент” пособиеһын юлланығыҙмы?

Әлеге көнгә был түләү республиканан 125 мең балаға тәғәйенләнгән.

“Президент” пособиеһын юлланығыҙмы?“Президент” пособиеһын юлланығыҙмы?
“Президент” пособиеһын юлланығыҙмы?

Башҡортостанда 8 йәштән 17 йәшкәсә балаларға Рәсәй Президенты В. Путиндың башланғысы менән булдырылған пособиеларҙы түләүгә өс миллиард һумдан ашыу аҡса  йүнәлтелде, тип хәбәр иттеләр Пенсия фондының республика буйынса бүлексәһенән.

“Республикабыҙҙа Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса түбән килемле ғаиләләр өсөн яңы түләү 8-17 йәш арауығындағы 125 мең балаға тәғәйенләнде”, - тип белдерҙе Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров.

Ғәҙәттә, аҡсалата түләү өсөн ғаризалар ун эш көнөнә тиклем ҡарала. Кире яуап алған осраҡта ғаилә ҡарар сығарылғандан һуң бер эш көнө эсендә тейешле белдереү ҡағыҙы ала. Түләү билдәләнгән осраҡта, аҡса биш эш көнө дауамында иҫәпкә күсә.

Пособие алыуға ғаризаны дәүләт хеҙмәттәре порталында, шулай уҡ Рәсәй Пенсия фондының клиент офистарында һәм Күп функциялы үҙәктә бирергә мөмкин.

Пенсия фонды 8-17 йәшлек балаһы булған һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн яңы түләүҙәр буйынса граждандарҙың мөрәжәғәттәрен тиҙләтелгән тәртиптә ҡарай. Һорауҙы эшкәртеү ваҡыты уртаса икенән биш эш көнөнә тиклем тәшкил итә.

“Яңы пособие буйынса граждандарҙың һәр мөрәжәғәте шәхси тәртиптә ҡарала, - тип билдәләнеләр Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһендә. - Фонд белгестәре алынған мәғлүмәттәрҙе ентекле тикшерә. Документтарға ҡағылышлы һорау тыуған осраҡта, Пенсия фонды мөрәжәғәт иткән мәлдән алып өс эш көнө дауамында түләү тәғәйенләү тураһында ҡарарҙы яңынан ҡарарға һәм был хаҡта ғаиләгә Дәүләт хеҙмәттәре порталында шәхси кабинет йәки телефон аша хәбәр итергә тейеш”.

Һорауҙар һәм мөрәжәғәттәр берҙәм бәйләнеш үҙәге – 8-800-600-0000, төбәктә эшләгән “ҡыҙыу линия” – 8-800-600-02-21 телефондары, Пенсия фондының онлайн-ҡабул итеү бүлмәһе, шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙәге рәсми төркөмдәрҙә ҡабул ителә.

Фото: budennovsk.info

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
“Президент” пособиеһын юлланығыҙмы?
“Президент” пособиеһын юлланығыҙмы?
Автор:
Читайте нас