Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
20 Июль 2022, 07:50

Иҫтәлекле урындар менән таныштылар

Солтанбәк ауылында урынлашҡан “Сарс” лагерында көн дә йөкмәткеле саралар уҙа

Иҫтәлекле урындар менән таныштыларИҫтәлекле урындар менән таныштылар
Иҫтәлекле урындар менән таныштылар

«Йәйләү»ҙе ойоштороусылар тыуған яҡтың тарихын, мәҙәниә­тен, билдәле шә­хес­тәрен, ырыуҙарҙың килеп сығышын өйрәнеүҙе күҙ уңында тота. Тап ошо ҡиммәттәр аша балала әсә теленә, халҡына, иленә ҡарата һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләнә. Дәртләндергән, рухландырған, илһөйәрлек тәрбиәләгән программаның төп маҡсаты башҡорт балаларында лидерлыҡ һыҙаттары, сәм, ғәм тәрбиәләүгә, милли рухты, ижади һәләтте үҫтереүгә, коллективта йәшәргә өйрәтеүгә йүнәлтелгән.

Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ошо маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн лагерь начальнигы Лилиә Салауат ҡыҙы Ғиләжева етәкселегендә көн дә бай йөкмәткеле саралар үтә. Саралар ойоштороусы Фәридә Ваһапова, тәрбиәселәр Наилә Ильясова, Элина Исламова, вожатыйҙар Лилиә Хөсәйенова, Фәнзиә Суфиянова, Винария Саяпова, Тамирлан Сәхипов балаларҙа берҙәмлек, үҙ-ара татыулыҡ тәрбиәләүгә, коллективта йәшәргә өйрәтеүгә ныҡлы иғтибар бүлә.
Лагерҙа һәр көн бер тема аҫтында үтә. Республикабыҙҙың күренекле шәхестәре, башҡорт халыҡ йолалары, байрамдары, милли традициялары, уйындары, аштары, халыҡ ижады, уйын ҡоралдары тураһында әңгәмәләр, ҡыҙыҡлы саралар ойошторола.

Ял итеүсе малайҙар һәм ҡыҙҙар хоҙур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Солтанбәк ауылы, уның иҫтәлекле урындары, тәбиғәте, ауылдың абруйлы кешеләре менән дә таныша.

Ошо көндәрҙә балалар стелаға экскурсияға барып, бик күп мәғлүмәт алды. Төбәктәге ер-һыу атамаларын өйрәнеү маҡсатында Ҡаршытау, Туғанай тауҙарына һәм башҡа ерҙәргә экскурсиялар ойошторолдо.

Илһөйәр Махатова.

Иҫтәлекле урындар менән таныштылар
Иҫтәлекле урындар менән таныштылар
Иҫтәлекле урындар менән таныштылар
Иҫтәлекле урындар менән таныштылар
Иҫтәлекле урындар менән таныштылар
Иҫтәлекле урындар менән таныштылар
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас