Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
20 Июль 2022, 04:45

“Үҙебеҙҙә ял итеүгә ни етә!”

Түҙемһеҙлек менән көтөп алған йәйге ялды һәр кем онотолмаҫ, иҫтәлекле һәм файҙалы итеп үткәрергә тырыша. Кемдер ял итергә сит илдәрҙе һайлаһа, үҙебеҙҙә, республикабыҙҙың һоҡланғыс тәбиғәтендә ял итеүселәр ҙә иҫәпһеҙ-һанһыҙ. Шундай илен һөйәр, рухлы, сәйәхәт итергә яратыусы ғаиләләрҙең береһе — Асҡындан Рәйлә һәм Рәсүл Лотфуллиндар.

“Үҙебеҙҙә ял итеүгә ни етә!”“Үҙебеҙҙә ял итеүгә ни етә!”
“Үҙебеҙҙә ял итеүгә ни етә!”

— Тәбиғәт ландшафтының байлығы, хозурлығы арҡаһында республикабыҙҙы икенсе Швейцария тип йөрөтәләр. Бигерәк тә ситтән килеүселәр билдәләй быны. Ғаиләбеҙ менән йыл да йәйен үҙебеҙҙең Башҡортостан буйлап сәйәхәт итергә яратабыҙ. Шулай бик күп иҫтәлекле урындарҙы күрергә, матур ерҙәрҙә ял итергә тура килде. Беҙ , ғәҙәттә, Дыуан районында йәшәгән һеңлемдең ғаиләһе менән ял итергә йөрөйбөҙ. Быйыл сәйәхәтебеҙҙе Силәбе өлкәһенең Сатка ҡалаһында урынлашҡан аквапарктан башланыҡ. Артабан хозур тәбиғәтле Салауат районының Лаҡлы ауылы эргәһенә барып, палаткалар ҡороп урынлаштыҡ. Ундағы матурлыҡты әйтеп, аңлатып бөтөрөрлөк түгел! Әй йылғаһының бер ярында Ыласынташ ҡаяһы, уның аҫтында йылға буйлап Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡыһы булған Лаҡлы мәмерйәһе урынлашҡан. Йылғаның икенсе ярында — Ҡапҡаташ аркаһы. Бирелә тауҙар әкиәттәге кеүек. Ыласынташ ҡаяһынан йыраҡ түгел ер аҫтынан фонтан урғыла. Әй (Айский) тип йөрөтәләр уны, бейеклеге 5,5 метр. Рәхәтләнеп Әй йылғаһында һыу индек, кәмәлә йөрөнөк. Ҡыҙыбыҙ Мәрйәм һәм улыбыҙ Исламға тәбиғәттә ял итеү бик оҡшай, йыл да аталарының отпускыһын түҙемһеҙлек менән көтөп алалар. Мәрйәм экстремаль ерҙәрҙә йөрөргә ярата, Башҡортостандың иҫтәлекле урындары менән ҡыҙыҡһына. Быға тиклем Иҙрис һәм Сабаҡай мәмерйәләрендә булғайныҡ. Дүрт көн дауам иткән быйылғы ялыбыҙ бик оҡшаны. Тормош иптәшем Рәсүлгә бик рәхмәтлебеҙ, бай тәьҫораттар алып, күңелгә тыныслыҡ , дәрт-дарман өҫтәп ҡайттыҡ, — тип һөйләне Рәйлә Лотфуллина.

Илһөйәр Махатова.

Рәйлә Лотфуллина фотолары.

“Үҙебеҙҙә ял итеүгә ни етә!”
“Үҙебеҙҙә ял итеүгә ни етә!”
“Үҙебеҙҙә ял итеүгә ни етә!”
“Үҙебеҙҙә ял итеүгә ни етә!”
“Үҙебеҙҙә ял итеүгә ни етә!”
“Үҙебеҙҙә ял итеүгә ни етә!”
“Үҙебеҙҙә ял итеүгә ни етә!”
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас