

Кисә Солтанбәк ауылында урынлашҡан “Сарс” лагеры тантаналы асылды. Унда әлеге ваҡытта 40-тан артыҡ бала башҡорт рухында һәм мөхитендә “Йәйләү” программаһы буйынса ял итә. Тантанала район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Рәмил Харрасов, Солтанбәк ауыл биләмәһе башлығы Фәнил Шәрәфетдинов, район мәғариф бүлеге вәкилдәре ҡатнашты.
Рәмил Наил улы балаларҙы лагер асылыу менән ихлас тәбрикләне һәм барыһына ла күңелле, файҙалы һәм хәүефһеҙ ял теләне.
“Танып” һәм “Балыҡсы” ырыуҙары вәкилдәре үҙ сиратында, сығыш яһап, бейеүҙәр башҡарып, йырҙар йырлап, шиғырҙар уҡып, үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтте. Тантана бергәләп флешмоб бейеү менән тамамланды.
Илһөйәр Махатова.
Лилиә Хөсәйенова фотолары.