

Илүсә Әхмәтдин ҡыҙының ихатаһына инеү менән үҙеңде гөлдәр “батшалығы”нда йөрөгәндәй хис итәһең! Ниндәй генә сәскәләр юҡ бында: уларҙың сағыу төҫтәренән күҙ сағыла, хуш еҫтәренән баш әйләнә, был илаһи матурлыҡтан күпме ләззәт алаһың! Ошо тиклем гүзәллекте тыуҙырыу өсөн күпме көс, дәрт һәм ваҡыт китеүен иҫәпкә алып, хайран ҡалырһың. Шуныһы ла һоҡландыра: гөл һауыттары ла бер төҫкә буятылған. Гүзәллеккә ғашиҡ хужабикә үҙенсәлекле итеп быйыл һарайҙы ла арт-квадрат стилендә буятҡан.
«Мин сәскәләргә ғашиҡмын. Йәйен – баҡсала, ҡышын тәҙрә төптәрендә үҫтерәм. Бүлмә гөлдәрем дә күп. Сәскәләр минең йәшәү рәүешемә әйләнде, тиһәң дә була. Улар өсөн мин һәр саҡ ваҡыт табырға тырышам. Баҡса үҫтереүҙән ҙур ҡәнәғәтлек алам. Тәҙрә төптәрендәге һәм тыштағы гөлдәр шау-сәскәгә күмелеп ултырмаһа, тормошомдоң бер яғы китек булыр кеүек”, - ти Илүсә Әхмәтдин ҡыҙы.
Зимфира Нартдинова.