Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
19 Июль 2022, 06:20

Гүзәллеккә ғашиҡ Сафиндар

Асҡын ауылында йәшәүсе Зинфира һәм Айрат Сафиндар үҙ ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙырып, тормоштан йәм һәм тәм табып йәшәй

Гүзәллеккә ғашиҡ СафиндарГүзәллеккә ғашиҡ Сафиндар
Гүзәллеккә ғашиҡ Сафиндар

Зинфира һәм Айрат Сафиндар — Асҡын ауылының матурлыҡҡа ғашиҡ уңған ғаиләләренең береһе. Уларҙың йорто, йорт тирәһе бөхтәлеге, ҡараулы булыуы, ә йәйен гөл-сәскәгә күмелеп ултырыуы менән айырылып тора.

Айрат Миңнулла улы Бөрө ҡалаһындағы “Газпром газораспределение Уфа” йәмғиәте филиалының Асҡын комплекслы хеҙмәтендә мастер булып эшләй. “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тигән халыҡ мәҡәле нәҡ уға төбәп әйтелгән кеүек. Булдыҡлы хужаның ҡулынан килмәгән эше юҡ. Зинфира ла ҡул эшенә, аш-һыуға бик оҫта, гөлдәр, сәскәләр үҫтереү тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Тырыш хужабикәнең “Танып” сауҙа йортонда асҡындар күптән яратып өлгөргән үҙ бутигы бар. Был күркәм парҙың ғаилә ҡороуына 16 йыл булған. Береһенән-береһе мөләйем, аҡыллы ике ҡыҙ үҫеп килә. Ләйсән быйыл Асҡын 2-се мәктәбенең 9-сы класын, Амелия 1-се класты тамамланы.

Ауыл кешеһенә бындай матурлыҡты тыуҙырыр өсөн иртәнән кискә тиклем баҡсанан кермәҫкә кәрәк. Хәҙер ҡыҙҙары ла ҡул араһына инеп, әсәләренә баҡса үҫтереүҙә булыша.

Илһөйәр Махатова.

Гүзәллеккә ғашиҡ Сафиндар
Гүзәллеккә ғашиҡ Сафиндар
Гүзәллеккә ғашиҡ Сафиндар
Гүзәллеккә ғашиҡ Сафиндар
Гүзәллеккә ғашиҡ Сафиндар
Гүзәллеккә ғашиҡ Сафиндар
Гүзәллеккә ғашиҡ Сафиндар
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас