Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
19 Июль 2022, 07:10

Бесән саба беләһеңме?

 «Салғы сыңлай, шишмә йырлай" сараһы ата-бабаларыбыҙ шөғөлөн иҫкә төшөрөргә ярҙам итте

Бесән саба беләһеңме?Бесән саба беләһеңме?
Бесән саба беләһеңме?

Балтас районы Иҫке Янбай ауыл мәҙәниәт йорто һәм  моделле китапхана хеҙмәткәрҙәре берлектә йәмле Ар йылғаһы ярындағы “Таҡыя” шишмәһе эргәһендә «Салғы сыңлай, шишмә йырлай" тип аталған күркәм сара ойошторҙо. Ҡатнашыусылар үҙҙәренең эш ҡоралдары  менән килде, нәҡ шулай элек беҙҙең өләсәйҙәр  һәм олатайҙарыбыҙ июль айында бесәнгә йөрөгән.

Хәҙерге йәштәр салғы менән нисек ҡулланырға икәнен белмәй. Бындай саралар үткәреп, беҙ традицияларҙы тергеҙәбеҙ. Үлән сабыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде, конкурстар ойошторолдо. Халыҡ йырҙарын башҡарып, гармунда уйнап, шиғырҙар уҡып, ҡатнашыусылар күмер самауырынан үлән сәйе менән һыйланып таралышты.

Гөлназ Ғәлләмова.

Бесән саба беләһеңме?
Бесән саба беләһеңме?
Бесән саба беләһеңме?
Бесән саба беләһеңме?
Бесән саба беләһеңме?
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас