Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
18 Июль 2022, 06:26

Сибай театры артисы Президент наградаһына лайыҡ булды

Президент Владимир Путин дәүләт наградалары тапшырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Юғары баһалар алыусылар араһында беҙҙең яҡташтарыбыҙ ҙа бар. #ВладимирПутин

Сибай театры артисы Президент наградаһына лайыҡ булдыСибай театры артисы Президент наградаһына лайыҡ булды
Сибай театры артисы Президент наградаһына лайыҡ булды

Документ рәсми хоҡуҡи порталда баҫылған.

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт театры артисы Риф Сәйфуллинға “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы” исеме бирелде.

“Газпром трансгаз Өфө” йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Павел Романенков “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” II дәрәжә миҙалы менән наградланды.

“Башнефтегеофизика” йәмғиәтенең әйҙәүсе геофизигы Альберт Ислаҡаев “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте эшсеһе” исеменә лайыҡ булды.

Алдынғыларҙы ҡотлайбыҙ!

Автор:Алһыу Ишемғолова
Сибай театры артисы Президент наградаһына лайыҡ булды
Сибай театры артисы Президент наградаһына лайыҡ булды
Автор:
Читайте нас