Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
18 Июль 2022, 05:43

Республикала тәүге тапҡыр халыҡ дауалаусылары фестивале үтте

Ике көн барған сарала кемдәрҙең ҡатнашыуы, ниндәй темалар күтәрелеүе тураһында БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина хәбәр итә.

Республикала тәүге тапҡыр халыҡ дауалаусылары фестивале үттеРеспубликала тәүге тапҡыр халыҡ дауалаусылары фестивале үтте
Республикала тәүге тапҡыр халыҡ дауалаусылары фестивале үтте

"Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте башланғысы менән кисә Башҡортостандың Баймаҡ районында халыҡ дауалаусылары «Ер ҡото» фольклор фестиваленең икенсе көнө уҙҙы
Байрам илленән ашыу халыҡ дауалаусыларын, дүрт йөҙҙән ашыу халыҡ ижады һәм тормош-көнкүреш йолалары менән шөғөлләнгәндәрҙе һәм ҡыҙыҡһынғандарҙы йыйҙы. Сарала утыҙҙан ашыу тыуған яҡты өйрәнеүселәр, ғалим-фольклорсылар, филологтар, этнографтар ҙа ҡатнашты
Халҡыбыҙҙың туплаған тәжрибәһен һаҡлап ҡалыу һәм уны быуындан-быуынға тапшырыу маҡсатынан ойошторолған сарала һөлөк, ноҡот һалыу, ҡот ҡойоу, мейе ҡағыу, һылау, быуын ултыртыу кеүек көнүрештә даими ҡулланыла торған дауалауҙың төрлө төрҙәре буйынса оҫтаханалар эшләне
Һөнәрҙәр йәрминкәһе, шифалы милли аш-һыу һәм эсемлектәр, милли биҙәүестәр-бетеүҙәр, дарыу үләндәре күргәҙмә-йәрминкәһе ойошторолдо", - тип яҙған Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы социаль селтәрҙә.

Фото: vk.com

Автор:Алһыу Ишемғолова

Республикала тәүге тапҡыр халыҡ дауалаусылары фестивале үтте
Республикала тәүге тапҡыр халыҡ дауалаусылары фестивале үтте
Республикала тәүге тапҡыр халыҡ дауалаусылары фестивале үтте
Автор:
Читайте нас