

– Дүрт ҡыҙҙың ғүмерен өҙгән был иҫерек ҡәбәхәт язаһыҙ ҡалырға тейеш түгел. Үҙем шәхсән күҙәтеү аҫтында тотасаҡмын. Иҫерек ҡәбәхәт ҡаты яза алырға тейеш, – тине Радий Фәрит улы.
Баҡалы районы хакимиәте башлығы Александр Андреев иһә ҡыҙҙарҙың әсәләре менән аралашып, был хәл күҙәтеү аҫтына алыныуын белдерҙе.
Республика Башлығы Александр Андреевҡа ерләү эштәре менән ярҙам итергә лә ҡушты.
«Ҡыҙҙарҙы ерләү буйынса бөтә сығымдарҙы үҙ өҫтөгөҙгә алығыҙ. Медицина ярҙамы кәрәк икән, ярҙам итегеҙ», – тине Радий Хәбиров.
Фото: Т. АМАНОВ.
һылтанма: «Был иҫерек ҡәбәхәт язаһыҙ ҡалырға тейеш түгел» (ye102.ru)