Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
17 Июль 2022, 04:00

Президент гранттарына конкурс үткәрелә

Ғаризалар 15 авгусҡа Мәскәү ваҡыты менән 23.30 сәғәткә тиклем президентскиегранты.рф сайтында ҡабул ителә.

Президент гранттарына конкурс үткәреләПрезидент гранттарына конкурс үткәрелә
Президент гранттарына конкурс үткәрелә

15 июлдә Президент гранттары фондының сираттан тыш махсус конкурсы башланды. Ул Рәсәйҙән ситтә гуманитар һәм хәйриә эшмәкәрлеге менән бәйле, шулай уҡ ил биләмәһендә граждандарҙы социаль хеҙмәтләндереү, социаль ярҙам һәм яҡлау йүнәлешендәге башланғыстарға булышлыҡ итеүгә йүнәлтелә.

Ғаризалар 15 авгусҡа Мәскәү ваҡыты менән 23 сәғәт 30 минутҡа тиклем президентскиегранты.рф сайтында ҡабул ителә. Конкурстың бюджеты – ике миллиард һум. Конкурста Положениела күрһәтелгән талаптарға яуап биргән Хөкүмәткә һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҡатнаша ала. Еңеүселәр 30 сентябргә тиклем билдәләнә. Улар үҙҙәренең проекттарын быйыл 1 октябрҙән тормошҡа ашыра башлай.

Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы Аппаратындағы коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың ресурс үҙәге конкурста ҡатнашҡан ойошмаларға консультация ярҙамы күрһәтә. Ғаризаларҙы ҡарау 29 июлдә һәм 5 августа ойошторола. 18 июлдән 15 авгусҡа тиклем ситтән тороп ҡарала.

Әле ойошмаларға Йәмәғәт палатаһы Аппаратындағы коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың ресурс үҙәгенең вебинарҙарын ҡарарға тәҡдим ителә. Улар грант конкурстарына ғариза тултырыуға, Президент гранттарына проекттың бюджетын планлаштырыуға ҡағыла.

Фото: Президент гранттары фонды.

Автор:Лилия Давлетбакова
Президент гранттарына конкурс үткәрелә
Президент гранттарына конкурс үткәрелә
Автор:
Читайте нас