

Ғаилә – ул әсәй һәм атай, өләсәй һәм олатай, балалар һәм ейән-ейәнсәрҙәрҙең берҙәм, бер-береһенә терәк һәм кәрәк булып, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлап һәм дауам итеп йәшәүе тигән һүҙ. Районыбыҙҙа күптәргә матур өлгө күрһәтеп ғүмер иткән ғаиләләр бик күп. Шундайҙарҙың береһе – Силасау ауылынан Мәҡлүфә Сәлихйән ҡыҙы һәм Рәфит Әхмәтзыя улы Муллаяровтар.
Мәҡлүфә апай 1942 йылда Иҫке Бикмәт ауылында ете балалы ғаиләлә тыуа. Ә Рәфит ағай 1939 йылда Силасауҙа, шулай уҡ ишле ғаиләлә донъяға килә. Икеһе лә бәләкәйҙән үк һуғыштан һуңғы йылдарҙың асыһын-сөсөһөн үҙ иңдәрендә татып, хеҙмәт һөйөүсән, сабыр булып үҫә. Аҡыллы, йөҙөнән йылмайыу китмәгән ҡыҙҙы Рәфит ағай бер күреүҙән оҡшата. Сая егет оҙаҡ уйлап тормай, ҡыҙҙы һоратып бара һәм 1963 йылдың 10 июлендә йәштәр гөрләтеп туй үткәрә. Килен булып төшкәндән һуң Мәҡлүфә апай колхозда оҙаҡ йылдар һауынсы, һөт йыйыусы булып намыҫлы эшләп, лайыҡлы ялға сыға. Рәфит ағай ҙа бар ғүмерен тыуған колхозына бағышлай. Күп йылдар мал ҡараусы булып эшләй. Матур ғаиләне һөйөндөрөп, тормоштарына йәм өҫтәп, бер-бер артлы мөхәббәт емештәре – Рина һәм Илдус тыуа. Муллаяровтар балаларына күркәм тәрбиә биреп, эшһөйәр итеп үҫтерә, һәр береһенә белем алырға ярҙам итә, оло тормош юлына баҫтыра. Бөгөнгө көндә бәхетле өләсәй менән олатайҙың дүрт ейәне һәм бер бүләһе бар.
Ҡыҙҙары Рина Бөрө ҡалаһында йәшәй. Бөрө педагогия институтын тамамлаған, китапханала тырыш хеҙмәт һала. Тормош иптәше Фәрғәт менән ҡыҙ һәм ул үҫтергәндәр, ейәндәре бар инде. Муллаяровтарҙың улы Илдус Ленин исемендәге колхозда механизатор булып тырышып эшләй. Тормош иптәше Айгөл Баҙраҡ ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡара. Тырыш ғаилә Силасау ауылында төп йортта ата-әсә менән бергә йәшәй, бер ул һәм бер ҡыҙ үҫтерә.
— Татыу һәм берҙәм ғаилә өсөн һәр яңы тыуған көндө Ғаилә көнө тип атарға мөмкин, — ти Мәҡлүфә һәм Рәфит Муллаяровтар. — Балаларыбыҙҙы яратып, уларҙың уңыштарына һөйөнөп, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙе иркәләп-һөйөп йәшәү – беҙҙең өсөн иң ҙур бәхет!
Ғүмер итеү — үргә менеү, тиҙәр халыҡта. Ә үргә менеү бер ҙә еңел түгел. Йә ҡояш ҡыҙҙыра, йә ҡаршыға иҫкән ел-буран артҡа этәрә. Бына шул саҡта тормош иптәшең — ышаныслы терәгеңдең эргәңдә булыуы бөтә ауырлыҡтарҙы ла еңергә ярҙам итә. Мәҡлүфә һәм Рәфит Муллаяровтар — бер-береһенә тап килгән, бер-береһен аңлап, һаҡлап йәшәгән бәхетле парҙарҙың береһе. Улар ярты быуат ҡулға-ҡул тотоноп, тигеҙлектә, татыулыҡта ғүмер кисерә. Булғанына шөкөр итәләр, бер-береһенә ҡарата мөхәббәт хистәрен һүндермәй һаҡлайҙар, тирә-яҡтағыларға матур өлгө күрһәтәләр һәм балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә терәк-таяныс булып йәшәйҙәр.
Гөлназ Ханова.
Борай районы.